Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Апрель 2022, 10:00

Санкцияларға Әхтәм бабайҙың яуабы әҙер

Көнбайыштың Рәсәйгә иғлан иткән санкцияларына иҫе китте, ти, башҡорттоң – ана бит, 90-ын тултырған Исламбай уҙаманы Әхтәм бабай уларға оторо ҡарышып яуап бирмәксе – помидор-боростарын сәскән, кәбеҫтәһен, сөгөлдөрөн йылдағынан да күберәк үҫтереп алырға уйы.

Санкцияларға Әхтәм бабайҙың яуабы әҙер
Санкцияларға Әхтәм бабайҙың яуабы әҙер

Туҡһанында ла туҡылдап, йүгереп йөрөп донъя көткән, үҙе әйтмешләй, ҡан баҫымының, баш ауыртыуының нимә икәнен белмәгән, һуғыш осоро балаһы булараҡ, донъяның әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә күп татыған, ҡара эштә бешеккән, фәҡәт Аллаһҡа һәм ике ҡулының көсөнә генә ышанған рухлы, егәрле, ныҡыш һәм киләсәккә өмөт менән баҡҡан ер кешеһенә санкция-маҙарың булды ни ҙә, булманы ни!


Әхтәм Кәбир улы Хәйбуллинды беҙ кәртәһендә малдарына һыу эсереп йөрөгәнендә осраттыҡ. Уҡытыусы ҡыҙы Сажидә мәктәптән төшкө ашҡа ҡайтҡансы, ихатаһын ҡарҙан таҙартып, малдарын һуғарып, утынын ташып, эштәрен теүәлләп тә ҡуя икән.


Әле булһа бесәнгә машинаһында үҙе руль артында йөрөй. Ғүмере буйы, 40 йыл, колхозда шофер булған. Ошо һөнәренә бөгөнгәсә тоғро.


“Бер ваҡытта ла еңел эш эшләмәнем. Бесәнде лә гел ҡул менән әҙерләп алдыҡ. Әле лә кәртәмдә 2 башмаҡ, 2 һыйыр. Һәр беребеҙгә берәр салғы. “Нива”ма тейәлеп алабыҙ ҙа, сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Әбейем генә 5 йыл әүәл баҡыйлыҡҡа күсеп әрәм булды, хәҙер ҡыҙым менән көн итәбеҙ.


Малды бер бесән менән генә аҫрап булмай, шуға мал сөгөлдөрөн, кәбеҫтәне күп итеп үҫтерәм, кишер, ҡыяр, помидор тураһында әйтергә лә түгел.Кәртүкте лә үҙем тәрбиәләйем. Ҡышын мал ҡарап, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсамдан сығышмай көн үткәрәм. Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтәһе түгел. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Гел ҡыбырлап йөрөгәс, ауырыу ҙа минән ҡаса, дарыу-марыу тип тә тормайым, йүгергеләп йөрөп донъя көтәм. Ятһаң, тән ойой”, - ти Әхтәм бабай.


Әбейе менән 5 балаларына матур тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына сығарғандар. Балалар ата нигеҙенә йыш килеп, хәл-әхеүәлде белеп торалар, ти аҡһаҡал.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13-сө һанынан уҡығыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: