Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Март 2022, 17:00

Үҫентеләр оҙонаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Иртәрәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар үҫенте ултыртып өлгөрҙө. Әммә ҡояш нурҙары әле һараныраҡ йылыта. Өҫтәлмә фитолампа ҡуйылмаһа, үҫентеләр оҙоная, сибеккә әйләнә, бер-береһенә сырмалып үҫә башлай. Был осраҡта мул уңышҡа өмөт итеп булмай. Уның күләме аҙаясаҡ, үҫенте ауырыуҙарға дусар буласаҡ. Улар ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә? Оҙонға үҫкәндәрҙе ҡотҡарып буламы?

Үҫентеләр оҙонаймаһын өсөн нимә эшләргә?
Үҫентеләр оҙонаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Садыҡова яуап бирә.

- Тәү сиратта үҫентеләрҙең оҙонайыуына килтергән сәбәптәрҙе һанап үтәйек: көн яҡтыһы етмәүе, температураның ҡырҡа үҙгәреүе, ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланмау, үҫентеләрҙе пленка, йә япма аҫтында оҙаҡ тотоу, орлоҡтарҙы ҡуйы итеп сәсеү, һыуҙы күп ҡойоу.


Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ. Өҫтәмә яҡтылыҡ 12–18 сәғәт дауамында яҡтыртырға тейеш.

Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы бытыштырып ултыртмағыҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсереп ултыртығыҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсергәнде яратмай.

Өйҙә һауа температураһы 24–25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булып торорға тейеш, - тип кәңәш итә Эльма Садыҡова.


Бынан тыш, бүлмәлә ултырған үҫентеләрҙе ашлау мөһим түгел икән. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға була.


Оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.

Автор:Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.
Читайте нас: