Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Декабрь 2021, 16:00

Белгес кәңәше

Вирус күбеһенсә ауырыу малдарҙан төкөрөк, һөт аша күсә, тағы ла ҡан эсеүсе күгәүен, себен, талпан тешләгәндә йоға, быҙауҙар һөт аша йоҡтора.

Белгес кәңәше
Белгес кәңәше

Нодуляр дерматит (тире ауырыуы) – эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙа була торған йоғошло ауырыу. Ауырыған малдың тиреһендә төрлө дәүмәлдәге төйөнсөктәр барлыҡҡа килә, мал ҡалтырана, ауыҙынан шайыҡ аға, күҙҙәре, тын юлдары һәм ашҡаҙан аҫты биҙҙәре зарарлана. Вирус күбеһенсә ауырыу малдарҙан төкөрөк, һөт аша күсә, тағы ла ҡан эсеүсе күгәүен, себен, талпан тешләгәндә йоға, быҙауҙар һөт аша йоҡтора.

Ауырыу киҫкен һәм хроник төрҙә үтә. Киҫкен төрҙә ҡапыл температура күтәрелә, аппетит бөтә, күҙҙәрҙән йәш аға, танауҙан маңҡа ҡойола. Ә 2 көндән ауырыу малдың тиреһендә 0,5 миллиметрҙан алып 7 сантиметрға тиклем ҙурлыҡта төйөнсөктәр килеп сыға. Уларҙың һаны 100-ҙән дә артыҡ булыуы мөмкин. Тотоп ҡарағанда төйөнсөктәр ҡаты, уртаһында соҡорло була, язвалар барлыҡҡа килә. Ауырыу һыйырҙың һөтө ҡыҙғылт төҫкә әйләнергә мөмкин, йылытҡанда ҡойҡаға әүерелә.


Малдар ауырыһа, көтөүҙең 5%-тан 100%-ҡа тиклем зарарланыуы мөмкин.
Ауырыу таратмаҫ өсөн саралар:
- малдарҙы һатып алғанда мотлаҡ рәүештә ветеринар документтары булырға тейеш;
- даими рәүештә малдарға вакцина эшләтергә кәрәк;
- мал һарайҙарын таҙа тоторға, ҡан эсеүсе бөжәктәр үрсеүен булдырмаҫҡа.
Ошо көндәрҙә был ауырыу (нодуляр дерматит) беҙҙең күрше Баймаҡ районында теркәлде. 1- се Төркмән ауылында республика башлығы указы менән 15 саҡрым радиустағы хәүефле зонала карантин иғлан ителде.
Ауылды тирәләп ветеринар постар ҡуйылды, ауырыған мал юҡ ителә.


Карантин ваҡытында:
- ауырыған малды айырым тотоу кәрәк;
- малдарҙы күсереү тыйыла;
- автотранспортты дезинфекция үткәрмәйенсә сығарыу тыйыла.
Әгәр ҙә ауырыу билдәләре тап килә икән, ветеринар белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө яҡтан килеп мал йыйыусыларға иғтибарлы булығыҙ. Уларҙың ауырыу таралған яҡтан килеүҙәре бар. Ауырыуҙы таратыуға юл ҡуймайыҡ.

 

Автор:Ф. Зиянбаева, район ветстанцияһы табибы.
Читайте нас: