Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Октябрь 2021, 20:15

Быйыл картуф нисек булды?

Былтыр бер төптән бер биҙрә сыға ине. Быйыл, яуын булмағас, әҙерәк.

Быйыл картуф нисек булды?
Быйыл картуф нисек булды?

Былтыр бер төптән бер биҙрә сыға ине. Быйыл, яуын булмағас, әҙерәк.

Батыр һәм Альмира Толомғужиндар, Ғәлиәкбәр ауылы:
- Ҙур баҡсабыҙҙың яртыһына картуф, яртыһына мал өсөн шәкәр һәм аш сөгөлдөрҙәре сәстек. Һәр рәттә төбө-төбө менән ваҡ, эре кәртүктәр осрай. Былтыр бер төптән бер биҙрә сыға ине. Быйыл, яуын булмағас, әҙерәк. Шулай ҙа уртаса 20 тоҡ картуф йыйып алдыҡ.

Мәйсәрә Грецу, Әтек ауылы:
-Беҙҙең ултырған урыныбыҙ ҡырсын ер, етмәһә, ямғыры ла һирәк булды. Әлбиттә, һыу һипкәндә, бәлки, һәйбәтерәк уңыш алыр инек. Ямғырҙар булмағас, һыу кәмене, качокта ла йүнләп һыу булманы шул. Шулай булһа ла картуф ҡышҡылыҡҡа етәрлек булды. Яҙғылыҡҡа берәйһенән һатып алырға тура килер ул. Бүтән осорҙа йәйгә тик-лем етә ине. Үс иткәндәй, быйыл картуф баҡсаһының яртыһына ғына сәскәйнек.


Нигеҙҙә, бер картуф төбөнән 2 эре, 2-3 вағы сыҡты. Ҡыш баҙына һалып ҡалдыра инек, быйыл һалырлығы ҡалманы. Унда картуф шытмай, һәйбәт һаҡлана.


Картуфты 9 майға сәсеп бөткән инек. Урыҫтарҙа ҡайын япрағының ҙурлығы 5 һумлыҡ булһа, картуф сәсергә ваҡыт, тигән ышаныу бар, беҙ шуға таянып сәсергә тырышабыҙ. Күршеләр һуң сәстеләр, уларҙың картуфы ваҡ булған.

Зөләйха Сәфиуллина, Килдеғол ауылы:
-Беҙ тау буйында йәшәйбеҙ. Баҡса еренең ташын йырып, ашлама һалып эшкәртеп алдыҡ. Шөкөр, картуф һәйбәт булды. Йәшелсәләребеҙ ҙә уңды. Ашҡабаҡ, ҡабаҡтар ҙа ҙурайҙы. Май башында уҡ сәскәйнек. Картуфтың бер сортын пирожки бешерергә тотонабыҙ, малға ла ашатабыҙ. Икенсеһенән мундир картуф тәмле сыға.


Беҙ хәҙер 70-те үткәнбеҙ инде, бала-сағалар ҙа сығып киттеләр, шуға күрә картуф баҡсаһының майҙанын кәметергә уйлап торабыҙ.

Быйыл картуф нисек булды?
Быйыл картуф нисек булды?
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: