Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Сентябрь 2021, 12:00

Быйыл бесән нисек булды?

Барыбыҙға ла мәғлүм, быйылғы йәйҙә ҡоролоҡ хөкөм һөрҙө. Мал-тыуар көткән райондаштарыбыҙға мал аҙығы әҙерләү еңел булмағандыр. Бесәнде ҡырҙан һатып алыусылар ҙа барҙыр. Быйыл райондаштар етерлек мал аҙығы әҙерләп ала алдымы?

Быйыл бесән нисек булды?
Быйыл бесән нисек булды?

Барыбыҙға ла мәғлүм, быйылғы йәйҙә ҡоролоҡ хөкөм һөрҙө. Мал-тыуар көткән райондаштарыбыҙға мал аҙығы әҙерләү еңел булмағандыр. Бесәнде ҡырҙан һатып алыусылар ҙа барҙыр. Быйыл райондаштар етерлек мал аҙығы әҙерләп ала алдымы?

Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Флүзә Әхмәтйәнова, Исламбай ауылы:
- Ауылда күбеһе бесәнде техника менән йәһәт эшләп алды. Трактор менән саптыралар, йыйыу ҡоролмаларын ике кешегә берәү, йә айырым алғандар бар. Бәғзеләр тракторҙарына һәнәк ҡуйып алғандар. Бесән быйыл башҡа йылдарға ҡарағанда әҙерәк булды. Кемдәр иртә төшкән, шулар отоп ҡалды. Шулай ҙа, йылдағыса, етәрлек эшләп алдыҡ тип уйлайым.

Ҡайһы берәүҙәр яландарын, йүнләп үҫмәгән пай ерҙәрен саптырманылар, беҙ шуларҙан өҫтәп сабып алдыҡ. Ат, ҡул салғыһы менән бесән эшләгән кеше һирәк. Беҙ трактор менән сапһаҡ та, ат менән йыйҙырып алдыҡ.

Артур Сәйфетдинов, Әбделмәмбәт ауылы:
- Бесәнде атайым менән уртаҡ эшләнек. Ике йорт хужалығынан биш һыйыр, 12 баш һарыҡ малы өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнек. Арендаға алынған 4 гектар ерҙә һоло сәскәйнем. Шунан 7 йөк сыҡты.


Өс сабынлығыбыҙ бар. Береһе Килдеғол яғында, икенсеһе үҙебеҙҙең ауылда, өсөнсөһө Монасип яғында. Бер яланда бөтөнләй үлән үҫмәгән ине, саба алманыҡ.


Бесәнгә 21 июль төшкәйнек. Бөтәһен дә техника менән эшләнек – кәсилкә менән саптыҡ, гәрәбилкә менән йыйҙыҡ, ике трактор менән ташыныҡ. Июль аҙаҡтарында ямғырҙар ҙа яуып алды. Ул ваҡыт эсендә өйҙәге эштәр менән булдыҡ. Һуңынан тағы бесән эшләргә тотондоҡ. 3-4 август тирәһендә бөттөк. Бесән эштәре йәмғеһе 10 көн барҙы. Дөйөм алғанда, 6 йөк бесән тейәп алып ҡайттыҡ. Был йылдағынан 2 тапҡырға әҙерәк.


Баязит Ғарифуллин, Мәһәҙей ауылы:
- Йылға ла, һауа торошона ла зарланып булмай. Пай ерендә 1 тонна һоло сәсеп, унан 100 төргәк зеленка сығарҙым (һәр береһе 300 кг), 4 эҫкерт һалдыҡ. Алты тоҡ бойҙай сәскәйнем, унан 66 тоҡ бойҙай сыҡты. Һәр тоғон 600 һумдан шундуҡ һатып бөттөм. 1 гектарҙан 30 центнерҙан күберәк уңыш алдым. 4 гектар майҙанда арпа сәсеп, 11 тонна уңыш алыуға өлгәштем. Уныһы менән алыш-биреш иттем – 10 гектар майҙан еремде туңға һөрҙөрттөм, бесәнде төргәкләттем һ.б.


Картуфты Бүздәк яғынан алып ҡайтып сәстем – 12 литрлыҡ биҙрә менән 150 биҙрә, йәғни 38 тоҡ сыҡты – теләүселәр булһа, һатып та ебәрәм.
5 баш һыйыр, 5 быҙау, 3 тана көтәбеҙ. Эш юҡ, ғаилә ҙур – үҙеңә тырышыр кәрәк инде.


Даян Ишбаев, Исламбай ауылы:
- Беҙҙең яҡта бесән былтырғыға ҡарағанда һәйбәт булды. Ямғыр яумаһа ла, береһе лә, бесән юҡ, тип зарланманы, көнө лә һәйбәт торҙо. Көләбә тигән яланда бесән саптым. Былтырғы, элекке йылдарға ҡарағанда арендаға алған яланда ла бесән һәйбәтерәк сыҡты, пай ерендә лә етәрлек булды. Уның ҡарауы, 4 машина бесән һатыуға өлгәштем. Былтыр әҙ булыу сәбәпле, һатып булмағайны. Бесән үҙенең сығымын тулыһынса ҡапланы.


Ниғмәт Мәжитов, КФХ етәксеһе, Яңы Усман ауылы:
- Бесән самалыраҡ булды быйыл – былтырғының өстән бер өлөшө тирәһе. Былай етә ул. 6 һыйыр, 5 тана, 5 быҙау, 5 ат бар. Бергә эшләгән егеттәргә лә етерлек сыҡты. Бесәнде техника менән эшләнек.


Иген сәскәйнем, майҙан алып ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында ул үҫә алманы. Шуға, еменә өмөт булмағас, бесәнгә саптыҡ. Шөкөр, ҡоролоҡ булһа ла, тырышып-тырмашып, малды имен ҡыш сығарырлыҡ бесән эшләп алдыҡ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: