Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Сентябрь 2021, 13:00

Хәләл билмәнгә ни етә!

Һүҙем үҙебеҙҙең район халҡын ғына түгел, күрше райондарҙы ла хәләл сертификатлы билмәндәр менән тәьмин итеүсе Ҡыпсаҡ билмән кооперативы тураһында.

Хәләл билмәнгә ни етә!
Хәләл билмәнгә ни етә!

Һүҙем үҙебеҙҙең район халҡын ғына түгел, күрше райондарҙы ла хәләл сертификатлы билмәндәр менән тәьмин итеүсе Ҡыпсаҡ билмән кооперативы тураһында.

Эш сәфәре менән Әбделмәмбәт ауылына барғанда, кооперативҡа инеп, билмән эшләү процесы менән ҡыҙыҡһындым.

2018 йылда “ДГП” (доходогенерирующий продукт) республика программаһы буйынса кооперативтарға 3 млн. һум аҡса бүленә. Ошо мөмкинлекте күҙ уңында тотоп, Ринат Сәйфетдинов менән Нур Усманов берлектә Әбделмәмбәт ауылында кооператив асырға булалар.


Тәүҙә биш кеше йыйылалар. Ринат Сәғәҙәтдин улы документ йүнләй башлай. Тейешле документтарҙы туплау өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт кәрәк була. Бөтәһе лә теүәлләнгәс, Өфөгә алып барып тапшыралар. Үҙҙәренән 10 процент аҡса талап ителә, шуға иҫәпкә 300 мең һум һалалар. Проект уңышлы үтеп китә. Уны яҡлау өсөн тағы ла саҡырып алалар. Һөҙөмтәлә, проект еңеү яулай. Балдар башҡалар менән сағыштырғанда юғары була. Бөрйән районынан бүтән проект тәҡдим итеүселәр булмай.


Шунан һуң билмән эшләү кооперативы асып ебәрәләр. Бер ай эсендә 3 000 000 һум аҡса күсә. Документ тапшырғанда уҡ һатып алынырға тейеш булған әйберҙәрҙең исемлеге бирелә. Улар: билмән эшләү, ҡамыр йәйеү, фарш һәм ҡамыр болғау аппараттары, ит борғос, етештереү өҫтәлдәре, һыуытҡыс, туңдырғыс, төргәкләү ҡоролмалары.


- 2018 йыл аҙағында килешеү төҙөлдө, 2019 йылда бөтә техник ҡоролмаларҙы алып бөттөк һәм шул уҡ йылдың декабрь айында билмән етештереү эшен башлап та ебәрҙек, - ти эшҡыуар Ринат Сәғәҙәтдин улы.

Төп маҡсат - ауыл халҡына эш урындары булдырыу. Эшләү процесы, тиҙлеге арта. Тәүҙә көнөнә бер кеше уртаса 10-15 кг билмән төрһә, хәҙер 40 кг-ға тиклем етергә мөмкин. Эш хаҡы башҡарылған эш күләменә ҡарап билдәләнә. Һәр хеҙмәткәргә ваҡытында аҡса түләнеп бара. Кооперативта биш билмән йәбештереүсе һәм берәр төрөп-бәйләүсе, фарш эшләүсе, ҡамыр йәйеүсе, йыйыштырыусы, шофер – бөтәһе 11 хеҙмәткәр.


Билмәндәр өс районға һатыуға сығарыла. Бөрйән районын тотош биләп алғандар тиһәң дә була. Юл насар булыу сәбәпле, Байғаҙы, Ырғыҙлы, Аҫҡар яҡтарына ғына барып етмәгәндәр әлегә. Әбйәлил районы үҙәгенә барып еткәнсе юл буйындағы ауылдарҙа, Баймаҡ районының байтаҡ ауылдарында, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында өс ҙур магазинда һатыла беҙҙең билмәндәр.


Йәкшәмбе, дүшәмбе көндәре ял. Бынан тыш, һәр билмән төрөүсегә аҙнаһына өҫтәлмә бер көн ял бирелә.
Иң алдынғы билмән төрөүсе - Эльза Усманова. Ул көнөнә 43 кг билмән бөрә. 2020 йылдың ғинуарынан эш башлаған.
“Бында бөтә шарттар булдырылған. Эш хаҡын да яҡшы түләйҙәр. Балаларға уҡыуға әҙерлек өсөн дә, көндәлек тормош кәрәк-яраҡтары һатып алыуға ла аҡса етә”, - ти үҙ эшенән ҡәнәғәт апайҙар.


Иң мөһиме, билмәндәр хәләл иттән яһала. Был айырыуса дин тотҡан, хәләл ризыҡ менән генә туҡланған мосолман яҡташтарыбыҙ өсөн бик яҡшы. Шулай уҡ дин ҡушҡанса, хәләл юл менән табылған малда бәрәкәт тә, сауап та күп була.


Ҡыпсаҡ билмән кооперативына изге эштәрендә еңеллек, уңыштар ғына юлдаш булһын.

Хәләл билмәнгә ни етә!
Хәләл билмәнгә ни етә!
Хәләл билмәнгә ни етә!
Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: