Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август 2021, 10:00

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙған мәле. Икмәк өсөн көрәш бара. Әлбиттә, йәйҙең аномаль эҫе һәм ҡоро булыуы артыҡ мул ашлыҡҡа өмөт итергә мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа булған ғына игенде түкмәй-сәсмәй йыйып алыу – төп бурыс.

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле
Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙған мәле. Икмәк өсөн көрәш бара. Әлбиттә, йәйҙең аномаль эҫе һәм ҡоро булыуы артыҡ мул ашлыҡҡа өмөт итергә мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа булған ғына игенде түкмәй-сәсмәй йыйып алыу – төп бурыс.

Ошо ҡатмарлы шарттарҙа барған баҫыу эштәре, баҫыу уңғандары менән танышыу ниәтендә Мораҙым тарафтарына юл алдым. Маҡсатым - Фидаил Моратшиндың эше менән танышыу.

Моратшин Фидаил Рафаил улы ошо Мораҙым ауылында тыуған. 5 йәшендә генә атаһы мәрхүм була. Әсәһе Зәүәриә Абдразаҡ ҡыҙы мәктәптә ашнаҡсы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға.


Фидаил Рафаил улы ауыл мәктәбендә 8 класс бөтөргәс, юғары кластарҙы Өфөләге иҡтисад лицейында уҡый. Һуңынан әрме сафына алына. Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ағас эшенә тотона. Колхоз пилорамын арендаға ала. 2013 йылдан иген игеү менән дә шөғөлләнә башлай.


Уның өсөн әле эштең көндөң үҙе кеүек уттай ҡыҙыу мәле. Ураҡ эштәрендә әүәлге алтын ҡуллы комбайнсылар - ағайлы-ҡустылы Таһир һәм Фаил Үтәбаевтар, КамАЗ йөрөтөүсе Рәмил Тулыбаев ярҙамлаша, тракторҙа Фидаил ағайҙың малайы Радмир йөрөй.


Ике иген баҫыуы бар уның. Өй һырты тигән яланда һоло, Оло әпкәлә бойҙай сәселгән. Бөтәһе 80 гектар. Иген урылғандан һуң бер көн кибеп ятырға тейеш. Аҙаҡ йыйып алына.
КамАЗ йөрөтөүсе Рәмил ағай - тәжрибәле шофер. Үҙенең КамАЗ-ында ун бер йыл ағас ташый. Әле Фидаил ағайҙыҡында йөрөй.


- Былтыр Фидаил ҡусты, ағай, ярҙам ит әле, тигәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Сөнки бәләкәй сағынан күрше генә йәшәнек, бишектә сағынан алып беләм уны. Тырыш егет. Үҙемдең КамАЗ менән ҡырға - оло юлға йөрөр инем, ағасҡа тикшереү көслө. Ауыл ерендә эш күп. Фидаилдың үҙенә КамАЗ алырға кәңәш иттем. Кәрәк икән, урмандан ағасын тейәп алып ҡайтаһың, кәрәк икән, игенен, бесәнен, гәрбилен, таҡтаһын ташыйһың. Шул кәңәште тотоп, КамАЗ һатып алды. Фидаил үҙаллы, бик егәрле кеше. Малайы Радмир урған игенде йомғаҡлап, төргәккә һалып китә.


Хәҙер фермерҙарҙың мәлендә сәсеүҙе бөтөп, ашлыҡты мәлендә йыйыуына ла бигүк иғтибар итмәйҙәр. Сифат кәрәкмәй, ахыры, хәҙер. Иң мөһиме, фотоға төшөп, интернетҡа һалһаң, эшең бара тигән һүҙ.


Таһир менән Фаил ағайҙар - комбайнсылар династияһынан. Тәпәй баҫҡандан алып иген-ураҡ өҫтөндә улар. Әгәр ҙә ошондай бай тәжрибәле белгестәр булмаһа, әлеге мәлдә иҫке техниканы йөрөтөп булмаҫ ине, - ти Рәмил ағай.


-Комбайндар ҡыйрамай, ыңғай ғына йөрөһә, үҙебеҙ ҙә имен-һау булһаҡ, быйылғы ураҡ эшен ошо арала тамамларға ниәтләйбеҙ. Йәйҙең самаһыҙ эҫе булыуы асыҡ яланда эшләгәндәр өсөн айырыуса ауыр. Янып-бешеп эшләргә тура килә, - ти игенселәр.
Бынан алда бесән менән булышҡандар.


Гектарынан 15-16 центнер тирәһе иген сыға. Ҡоролоҡ йылы өсөн ярайһы ғына, сөнки бүтән яҡтарҙа гектар ҡеүәте 5-6 ғына центнер ғына булған урындар ҙа бар икән.
-3-сө класта комбайнға ултырттылар. Рулгә көс тә етмәй ине. Гөрләп торған колхоз йылдарынан бөгөнгө көнгә тиклем иген игәм. Йыл һайын Яуымбайҙа, Мораҙымда, Һарағыла эшҡыуарҙарға ураҡ эшендә ярҙам итәм. Атайым, ағайым, мин, ҡустым - бер йортта 4 комбайнсы. Беҙ иген урһаҡ, әсәй мәрхүмә ашнаҡсы булды. Элек иген тулып ятты. Аҙбарға һыймаһа, ҡышлауға ҡалдырҙылар. Гектарына 35 центнерҙан кәм булманы. Кешеләргә лә иген тарата торғайнылар. Дәртләндереү сараһы булараҡ, алдынғы игенселәргә премия бирҙеләр. Хоҙайғолов, Аллаяров ағайҙар ап-аҡ күлдәк кейеп киләләр ҙә, ярҙамлашып, техника ремонтлашып, ҡап-ҡара булып ҡайталар ине.


Ауыл ерендә ҡарап торғаныбыҙ - мал. Ат, һыйыр малы, ҡош-ҡорт өсөн һоло яҡшы аҙыҡ. Һоло әрһеҙ, ҡоролоҡҡа ла сыҙамлы, ә бойҙай үҫмәй ҙә ҡуя, - ти ғүмере буйы баҫыу эштәрендә йөрөгән Фаил Үтәбаев.


-Килем юҡ. Иген уңһа, техника яҡшы булһа, килем булыр ине. Тимер-томорҙоң, запчастың хаҡы ҡиммәт. Ошо баҫыуҙы арендаға алыу ғына 24 мең ярым һум тора. Шуларға китә аҡса, - ти фермер Фидаил Моратшин.


Нимә генә булмаһын, ҡоролоҡмо, яуынлы йылмы, ауыл кешеһе ең һыҙғанып яланда, баҫыуҙа мал аҙығы әҙерләй. Тик йылдары ғына имен килһен, ҡабат быйылғы кеүек ҡаты һынауҙар булмаһын ине.

Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: