Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Август 2021, 10:00

Гөлдәриә иҫәп ала

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу бара. Ул 1 авгус-тан башланғайны, ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Гөлдәриә иҫәп ала
Гөлдәриә иҫәп ала

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу бара. Ул 1 авгус-тан башланғайны, ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу буйынса вәкил Ырыҫҡолова Тәнзилә Ҡәүи ҡыҙы әйтеүенсә, Бөрйән районында иҫәп алыуға 14 кеше йәлеп ителгән. Улар араһында бер егет, ҡалғандары ҡыҙҙар. Һәр хеҙмәткәргә, нормативтан сығып, уртаса 480 объект бүленгән. Иҫәпкә алыусыларға йәшел форма, төп эш ҡоралы – планшет бирелгән.


Иҫәпкә алыу барышында йортта йәшәүселәр һаны нисәү, хужалар күпме мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, емеш-еләк биргән ағастар нисә төп, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү маҡсаты ниндәй, ер участкаларының: өй, мунса, һарай, йәшелсә баҡсаһы һәм ундағы түтәлдәрҙең майҙаны күпме һәм башҡа ошондай мәғлүмәттәр теркәлә.


Иҫәпкә алыусы йәштәргә өй беренсә йөрөп сығыр кәрәк, был эш етеҙлек, түҙемлек талап итә. Яңы Усман ауылынан Йосопова Гөлдәриә Фәйзулла ҡыҙы ла районыбыҙҙың шундай сос ҡыҙҙарының береһе. Уның менән “Таң” гәзите редакцияһында таныштыҡ. Гөлдәриәнең үҙе һәм башҡарған эше хаҡында ҡыҙыҡһындым.


Гөлдәриә Сибай медколледжының икенсе курсын тамамлаған, быйыл өсөнсөгә бара. Йәйге ялын файҙалы үткәрергә, аҡса ла эшләп ҡалырға форсат тапҡан. Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Мәжитов Азат Ғәле улының тәҡдиме менән ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға булған тырыш ҡыҙ.


Гөлдәриә Яңы Усман, Байғаҙы, Иҫке Собханғол ауылдарынан 464 крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡты иҫәпкә алырға тейеш. Әле өс йөҙләгән йортҡа инеп сыҡҡан. Быйылғы ҡоро йәйге көндәрҙә һауаның бигерәк эҫе тороуы шарттарында биш йөҙгә яҡын объектты яҙып алыу үҙе ҡыйыулыҡ. “Кешеләр менән танышыу, аралашыу үҙемә ҡыҙыҡ, был эш миңә яңы туғандар табырға ла ярҙам итте”, - ти Гөлдәриә. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыуҙы уңышлы тамамларға яҙһын уға.

Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: