Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август 2021, 08:35

Хөрмәтле райондаштар, ҡәҙерле ҡортсолар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар,  ҡәҙерле ҡортсолар!
Хөрмәтле райондаштар, ҡәҙерле ҡортсолар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ҡортсолоҡ – башҡорт халҡының борондан килгән кәсебе. Ата-бабаларыбыҙ электән ҡорт тотҡан, һәр табындың йәме - балдан бер ҡасан да өҙөлмәгән. 


Данлыҡлы бөрйән балы, бөрйән ҡорто һәм боронғо үҙенсәлекле кәсеп – солоҡсолоҡ бары беҙҙә генә һаҡланып ҡалған. Бөгөн сифатлы бөрйән балы донъя баҙарында республиканың, районыбыҙҙың яҡты йөҙөн яҡтыртҡан брендҡа әүерелде һәм ул һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана.


Беҙҙең районда умартасылыҡты әүҙем үҫтереү һәм ҡортсолоҡ продукттарын етештереү өсөн барлыҡ шарттар бар, тимәк, был тармаҡтың кешеләргә өҫтәлмә килем сығанағына әүерелеүе өсөн мөмкинселектәр ҙә бар тигән һүҙ. Был йәһәттән эштәрҙе артабан да әүҙемләштереү мөһим.  


Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар һәм ҡулдарығыҙҙан ҡот китмәүен теләйем! Киләсәктә лә йыл мул уңышлы булһын, тәбиғәт шарттары ҡыуандырып торһон!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: