Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Апрель 2021, 10:00

Һаҡ булығыҙ – ҡош киҙеүе

Ҡоштарҙағы киҙеү (грипп) контагинозлы вирус тарафынан барлыҡҡа килә. Септицемия (ҡан боҙолоуы) формаһындағы, тән шешенеп, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк ағзаларын зарарлаусы йоғошло ауырыу.

Ҡоштарҙағы киҙеү (грипп) контагинозлы вирус тарафынан барлыҡҡа килә. Септицемия (ҡан боҙолоуы) формаһындағы, тән шешенеп, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк ағзаларын зарарлаусы йоғошло ауырыу.
Киҙеү күп кенә йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙа теркәлгән. Ҡоштар араһында бер-береһенә был сир һауа, аҙыҡ, һыу аша йоға. Сирле йәки сирләп һауыҡҡан ҡоштар ауырыуҙы ҡуҙғатыусы вирус сығанағы булып һанала. Вирустар организмдан шайыҡ, тиҙәк, шулай уҡ йомортҡа менән бергә сығарылалар. Сир сысҡандар, бесәйҙәр һәм ҡырағай ҡоштар, шулай уҡ ҡош түшкәләре, йомортҡа һалынған һауыттар аша тарала.

Зарарланған ҡоштарҙың, ғәҙәттә, 90 проценты үлә. Вирус һыуыҡта оҙаҡ һаҡлана. Плюс 60-70 градуста 3-5 минут эсендә үлә.

Йәшерен йәки инкубацион осор – 3-5 тәүлек. Сир киҫкен, яйлап үтеүсе һәм хроник төрҙәргә бүленә. Башта ҡоштарҙың ҡаурыйҙары тәртипһеҙ рәүештә тырпая, йомортҡа һалыуҙары туҡтала. Ҡош күҙе йомолған килеш башын түбән эйеп ҡатып ҡала. Күренеп торған лайлалы тиресәләре ҡыҙарып шешенә. Тән температураһы 44 градусҡа тиклем күтәрелә. Үлер алдынан ҡоштар хырылдай башлай, суҡыштарынан лайлалы ҡуйы бысыраҡ шыйыҡса бүленеп сыға, эстәре китә, тәндәре тартыша, сайҡалып атлайҙар. Сирҙең еңелсә үтеү осрағы бик һирәк. Был сирҙе дауалау саралары әлегә уйлап табылмаған. Вирустарҙың киң таралыуын булдырмау маҡсатында сирле ҡоштарҙы юҡ итәләр.

Яңыраҡ был ауырыу Татарстан, Силәбе өлкәләрендә теркәлде. Беҙҙең районда ҡош-ҡорт аҫраған ҙур хужалыҡтар юҡ. Әммә хәҙер күптәр шәхси хужалыҡтарында күпләп тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк һ.б. ҡош-ҡорт көтә. Тимәк, был проблема беҙҙең районды ла ситләп үтмәй тигән һүҙ. Йорттағы ҡош-ҡорт араһында күпләп ауырыу, үлеү осраҡтары була икән, район ветеринар станцияһына, ветеринария участкаларға хәбәр итергә кәрәк. Ветлабораторияла тикшертеү үткәрелергә тейеш.

Сит яҡтарҙан һатырға килтерелгән ҡош-ҡортто ветеринар документы булмай тороп һатыу, һатып алыу ҡәтғи тыйыла. Себештәргә, бүтән ҡош-ҡортҡа төрлө ауырыуҙарға ҡаршы прививкалар эшләнергә тейеш. Ошо көндәрҙә килгән мәғлүмәттәр буйынса, Краснодар, Ставрополь, Әстерхан, Ростов өлкәләрендә ҡош киҙеүенең А геномы табылған.

Әгәр был яҡтарҙан ҡош-ҡорт ите һатыуға килһә, бындай продукцияны һатыу ҡәтғи тыйыла. Сөнки ул кеше өсөн зыянлы. Шуға күрә бындай продукцияны һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла һаҡ булыу кәрәк. Сир таралыуға юл ҡуймайыҡ.
Читайте нас: