Крәҫтиән өсөн иң яуаплы осор – яҙғы сәсеү мәле. Мәңге иремәҫтәй тойолған ҡарҙар, шөкөр, иреп бөттө, тиерлек. Ялан-ҡырҙар, һөрөнтө ерҙәр орлоҡ ҡабул итергә әҙер генә ята.
Мораҙым уңғандары – аталы-уллы Ғәлиндар зыярат аръяғындағы 20 гектар майҙанлыҡ Ауыл яланына һоло сәсергә төшкән дә инде. КФХ етәксеһе Әхтәр эш артынан йөрөһә, үҙе әйтмешләй, тыуаһы-тыуғандан колхоз эшенә бәйләнгән Әхмәт ағай – үҙе ойоштороусы, үҙе эшсе, үҙе хужа. Ана бит, беҙ барғанда ла быу бөркөп ятҡан яланын сәскес башына баҫып урау менән мәшғүл ине.
- Сәсеү – яңғыҙ кешенең эше түгел. Ҡустылар Фәрит, Мәүлит Әминевтар ярҙам итә, ҡоҙам Юлай Тулыбаев менән Йәмил Мөхәмәтйәнов та ярҙамға сыҡты.
Ерҙе көҙ туңға һөрөп ҡуйғайныҡ. Орлоҡ үҙебеҙҙеке лә бар ине, өҫтәп Петровскийҙан килоһын 12 һумдан 8 тонна алдыҡ.
Етер, тибеҙ. Яғыулыҡ-май йүнләнгән. Грантҡа алынған трактор иҫкерҙе - 8 йыллап хеҙмәт итә, уның менән орлоҡ ташыйбыҙ. Хөкүмәттән берәй субсидия йә грант-фәлән булһа инде, тип өмөт ителә. Келәтебеҙ ҙә иҫкерҙе – колхоз заманынан ҡалған. Аттарға ла яңы һарай кәрәк.
КФХ-ла 30 баш йылҡы бар. Бейәләр ҡолонлай башланы. Әле ҡырға сығармайбыҙ.
Әпкәлә 30 га майҙанға - бойҙай, һоло, урыҫ еренә (15-20 га) һоло сәсер кәрәк. Ер эшкингән ул, бәғзе ерҙәр ҡорғаҡһып та ята. Көнөн бирһә, Ауыл яланында сәсеүҙе бөгөн тамамларға уй, - тип хужалыҡтың йәшәйеш-торошон, эш барышын бер тынала бәйән итте Әхмәт Мөҙәрис улы.
Эйе, орлоғона күрә уңышы, эшенә күрә ашы, ти халыҡ. Сәскәндәренең уңышын, эштәренең һөҙөмтәһен күрергә яҙһын Ғәлиндарға.