Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында бер-нисә программа эшләп килә.
«Ғаилә фермаһын үҫтереү» программаһы.
Был программа бер йылдан оҙағыраҡ эшләгән шәхси эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, крәҫтиән фермерлыҡ хужалыҡтар өсөн ҡаралған. Гранттың максималь суммаһы – 30 миллион һум. Хужалыҡтың иҫәбендә грант суммаһының 40 процентынан да кәм булмаған дәүмәлдә үҙ аҡсаһы булырға тейеш.
Ярҙамды ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участогын һатып алыу, проект документацияһын эшләтеү, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән биналар төҙөү йәки ремонтлау, мал, ҡош-ҡорт, балыҡ үрсетеү материалдарын, ауыл хужалығы техникаһын, махсус автотранспорт һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Грантты алғандан һуң хужалыҡ 5 йыл дауамында ябылмаҫҡа һәм 3 эш урынын булдырырға тейеш.
«Килемле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар биреү» программаһы.
Конкурс нигеҙендә уҙғарылған программа 2 этапта үтә. Беренсе этабында ҡатнашыу өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр (шәхси хужалыҡ, КФХ, шәхси эшҡыуарлыҡ, ЯСЙ) араһынан 10 кешенән торған инициатив төркөм тупларға кәрәк. Төркөм ағзалары был кооператив ниндәй эшмәкәрлек менән шөғөлләнәсәген һәм уның өсөн ниндәй мөлкәт һатып алыу кәрәклеген хәл итә. Грант суммаһы – 3 миллион һум. Инициатив төркөм өсөн берлектә финанслау шарты – 9%. Грант суммаһына махсус техника һәм ҡорамалдар, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биналарҙы төҙөү өсөн материалдар һатып алырға була.
Инициатив төркөм беренсе этапты үткәс, кооперативты рәсми рәүештә теркәй һәм икенсе этапҡа документтар тапшыра.
«Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү» программаһы.
Гранттың максималь суммаһы – 70 миллион һум. Үҙ аҡса грант суммаһының 40%-ынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Грант аҡсаһын ауыл хужалығы эшмәкәрлеге буйынса төҙөлөш, матди-техник базаны яңыртыу, капиталь ремонт, махсус техника һатып алыу өсөн һәм инвестицияланған кредит процентын ҡаплатыуға тотонорға мөмкин.
«Агропрогресс» - 2021 йылда барлыҡҡа килгән яңы программа.
Был программа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ЯСЙ, АХК-лар өсөн булдырылған. Грант суммаһы – 30 миллион һумға тиклем. Грант ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса киткән сығымдарҙы һәм инвестицияланған кредит процентын ҡаплатыу маҡсатында бирелә.
Программалар буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте 3-62-86 телефон һандары буйынса йәки Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге офисына килеп алырға була.