Ауыл хужалығы тармағында үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн дәүләт ярҙамы - «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын хуплау» милли проекты сиктәрендә «Агростартап» программаһы булдырылған.
Был программала шулай уҡ шәхси хужалыҡтар һәм быйылғы йылда асылған, ауыл ерендә теркәлгән һәм йәшәгән фермерҙар ҡатнаша ала. Программала ҡатнашыусыларҙың малсылыҡ өлкәһендә ит һәм һөт етештереү йүнәлеше буйынса 5 миллионға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар. Башҡа йүнәлештәр буйынса 3 миллионға тиклем ярҙам алып була. Грантҡа дәғүә итеүсе кооператив ағзаһы булһа, ярҙам хаҡы 4 һәм 6 миллионға тиклем ҡаралған. Был осраҡта гранттың 25- 50 процентын кооперативҡа күсерергә кәрәк.
- «Агростартап» программаһы буйынса грант алыу өсөн шәхси хужалыҡтың йәки фермерҙың банк иҫәбендә хөкүмәттән алынасаҡ аҡсаның 10 процент өлөшө кимәлендә үҙ средствоһы булыуы мотлаҡ.
- Грантҡа дәғүә итеүсенең һалымдар буйынса бирәсәге булмаҫҡа, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ваҡыты һуңғы 3 йыл эсендә 6 айҙан уҙмаған булырға тейеш.
- КФХ 5 йыл дауамында ябылмаҫҡа тейеш.
- Әгәр грант суммаһы 2 миллиондан артһа, 1 эш урыны булдырыу кәрәк.
-Грант аҡсаһын ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участогын һатып алыу, проект документацияһын эшләтеү, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән биналар төҙөү йәки ремонтлау, мал, ҡош-ҡорт, балыҡ үрсетеү материалдарын, ауыл хужалығы техникаһын, махсус автотранспорт һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 3-62-86 телефон һандары буйынса алырға була.
Р. Билалова,
Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе.