Бөрйән районы биләмәһендә бөгөнгө көндә 2 ауыл хужалығы предприятиеһы, 80 крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы, 6000-дән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар.
Быйылғы йылдың апрель айына ҡарата бөтә хужалыҡтарҙа 14 962 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 5 699 һыйыр һәм 3 475 йылҡы малдары, 17 355 ваҡ мөгөҙлө мал, 6 482 баш бал ҡорто иҫәпләнә.
9 апрелдә яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек буйынса агрономик кәңәшмә уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм агропредприятиелар етәкселәре, агрономдар, ауыл хужалығы белгестәре иғтибарына конференцияның планын тәҡдим иткәндән һуң, белгестәр яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе.
Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Ф. Вәлиев хужалыҡтарҙың яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлегенә анализ яһаны. Быйылғы йылда сәсеү 700 гектарға яҡын майҙанда башҡарылырға планлаштырыла, шул иҫәптән 100 га бойҙай, 530 га һоло, 70 га арпа сәсеү күҙ уңында тотола. Яҙғы сәсеүгә 154 тонна орлоҡ талап ителә, әлеге көндә 90 тоннаһы тупланған. Шуларҙың 40 тоннаһын ГОСТ талаптарына яуап биргән орлоҡтар тәшкил итә. Минераль ашламалар 15 тонна талап ителһә, шуларҙың 4,3 тоннаһы тупланған. Яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡан рәүештә башҡарыу өсөн 46 трактор, 17 сәскес, 31 һабан, 23 культиватор йәлеп ителәсәк.
Район агрохимигы Г. Мөхәмәтйәнов яҡшы уңыш алыуҙа тупраҡтың роле тураһында һөйләп үтте. Ерҙең уңдырышлылығы тупраҡтың составына бәйле. Тупраҡта фосфор, калий, гумус, азот һәм башҡа күрһәткестәрҙең кимәле һәм ашламаларҙың балансын яҡшыртыу буйынса мәғлүмәттәр еткерҙе. Сығыш яһаусы шулай уҡ ерҙе яҙғыһын сәсеү алдынан түгел, ә көҙҙән үк әҙерләп ҡуйыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Россельхозцентр»ҙың әйҙәүсе агрономы Марат Биргәнов үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм орлоҡсолоҡ тураһында мәғлүмәт бирҙе, орлоҡтарҙы икенсе райондан һатып алғанда һынау протоколдарын тикшерергә һәм орлоҡтарҙы сорттарға айырып сәсергә кәңәш итте. Яландарҙы зарарлы бөжәктәрҙән һәм ауырыуҙарҙан эшкәртер алдынан ҡортсоларҙы иҫкәртеү кәрәклеге лә телгә алынды.
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәре М. Нәбиуллин яҙғы, йәйге осорҙа һауа торошо, ҡарҙағы дымлылыҡ, тупраҡтың ҡоро булыуы тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе Р. Билалова ауыл хужалығын үҫтереүҙә дәүләттең ярҙамы, төрлө программа, грант, субсидиялар алыу мөмкинлеге менән таныштырҙы.
Бөрйән районы буйынса КУС бүлеге начальнигы С. Яҡшыбаев ергә ҡағылған закондарҙың үҙгәрешенә туҡталып, арендаға алынған ерҙәрҙең килешеү ваҡыттарына иғтибар итергә, килешеүҙәрҙе ваҡытында яңыртырға саҡырҙы. Ер алыу буйынса үҙенсәлектәр менән таныштырҙы.
Муниципаль ер контроле инспекторы Х. Әбделмәнов һәр ер тәғәйенләнеше буйынса файҙаланырға тейешлеген, ҡағиҙә боҙоуҙар булған осраҡта Россельхознадзор тарафынан штрафтар ҡаралыуы тураһында белдерҙе. Ер алынғандан һуң өс йыл эшкәртелмәһә, кире ҡайтарыла. Әҙер кадастр паспорттарын килеп алмаусылар ҙа бар икән.
Бөрйән районы буйынса «Гостехнадзор» инспекцияһы начальнигы С. Ишморатов ауыл хужалығы техникаһына һәм уларҙың тағылма инвентарҙары торошона ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы. Техника иҫәпкә ҡуйылған һәм техосмотр үткән булырға тейеш. Фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында шәхси хужалыҡ техникаларына техосмотрҙы йылына ике тапҡыр үткәреү мотлаҡ.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Шәрипов яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарыуҙарын теләне.
Г. Хафизова.