Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Апрель 2021, 08:00

Яһалма ҡасырыу отошло

Ҡайһы берәүҙәр, әгәр ҙә һыйырҙарҙы яһалма юл менән ҡасырһаң, ул бүтән тәбиғи юл менән ҡасмай, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел.

Ҡайһы берәүҙәр, әгәр ҙә һыйырҙарҙы яһалма юл менән ҡасырһаң, ул бүтән тәбиғи юл менән ҡасмай, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел.
Түбән продуктлы һыйырға нимә ашатһаң да, ул мул продукция һәм яҡшы тоҡомло үрсем бирмәйәсәк. Ә тоҡом сифаты юғары булған һыйырҙар, аҙыҡ мул булып, уны микро-макро элементтар менән тулыландырып ашатҡанда, тәүлегенә 25-30 кг һөт бирергә мөмкин, үрсеме лә сифатлы була.

Әлбиттә, бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тоҡомсолоҡ эше менән даими һәм тотороҡло шөғөлләнергә кәрәк. Һыйырҙарҙан һәм таналарҙан тоҡомло үрсем алыу һөҙөмтәһендә генә тармаҡты үҫтереү мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, был тәңгәлдә эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Халыҡ яй ҡуҙғалған кеүек. Ҡайһы берәүҙәр, әгәр ҙә һыйырҙарҙы яһалма юл менән ҡасырһаң, ул бүтән тәбиғи юл менән ҡасмай, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел.

Яҡшы көрлөктәге һыйырҙар быҙаулағандан һуң 18-21 көн үткәс яңынан ҡасырға теләй, әгәр ҙә ҡасмай ҡалһа, 18-21 көн үткәс киренән ҡабатлай.

Малсылыҡта таналарҙы тәүге тапҡыр тәбиғи юл менән, йәғни үгеҙгә ҡушып ҡасыралар, ә икенсе йыл, ул һыйырға әйләнгәс, яһалма ҡасырырға мөмкинлек тыуа. Һыйыр быҙаулап, 21-28 көн үткәс (әгәр ыңғай быҙаулап, сыуынын ваҡытында һалһа), уларҙа тәүге ҡасыу теләге барлыҡҡа килә. Ошо ваҡытта мал хужалары, фермаларҙа - һауынсылар малдарҙы күҙәтеү аҫтына алырға тейештәр.

Һыйырҙарҙы, ҡағиҙә булараҡ, енси теләк ваҡытында ике тапҡыр ҡасыралар. Ҡасырыу ваҡытын һайлай белеү мөһим роль уйнай. Әгәр ҙә һыйырҙың енси теләге иртәнсәк башланһа, тәүге тапҡыр - иртәнсәк, ә икенсеһен кис, йәғни 9-12 сәғәттән һуң ҡабатлайҙар. Әгәр ҙә кис йәки төндә башланһа - иртәнсәк һәм кис ҡасыралар, ә инде көндөҙ башлана икән - шул көнө кис һәм икенсе көн иртәнсәк ҡабатларға кәрәк. Быҙаулағандан 30-45 көндән һуң да енси теләге булмаған һыйырҙарҙы, шулай уҡ күп тапҡыр (ике һәм унан да күберәк) ҡасырып та енси теләктәрен ҡабатлаған һыйырҙарҙы ветеринарҙарға күрһәтергә кәрәк.
Район халҡына шуны еткерге килә: малдарығыҙҙы яһалма тороҡтороу бер ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырмай һәм тәбиғи юлға ҡарағанда күпкә отошлораҡ.
Бөгөнгө көндә районда яһалма ҡасырыу буйынса Бөрйән ветеринария станцияһы үҙ хеҙмәттәрен күрһәтеп килә, яһалма ҡасырыу йыл әйләнәһенә эшләй. Әгәр ҙә яһалма ҡасырыуҙан һуң һыйыр быуаҙымаһа, икенсе яһалма ҡасырыу бушлай (18-21 көн үткәндән һуң) үткәрелә.
Һыйырҙар үгеҙ эйәртеп ҡайтһа, аҫтағы телефон номерҙарына шылтыратып хәбәр итегеҙ - бер баш һыйыр өсөн дә барабыҙ (хаҡы, юл сығымдары - килешеү буйынса).
Белешмәләр өсөн ауылдағы ветеринар хеҙмәткәрҙәренә һәм Бөрйән ветеринария станцияһына, Байназар, Яңы Монасип участоктарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар: 3-55-65, 3-20-11.
Читайте нас: