Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Апрель 2021, 12:00

Тупраҡ та туҡландырыуға мохтаж

Ерҙең уңдырышлылығы тупраҡтың составына бәйле. Уңдырышлылыҡ терминын хәҙерге аграр фәне тупраҡтың үҫемлектәрҙе һыу һәм кәрәкле матдәләр менән туҡтауһыҙ тәьмин итеүе тип аңлата. Тупраҡтың уңдырышлылығы бигерәк тә агротехник талаптарҙың дөрөҫ үтәлеүенә бәйле.

Ерҙең уңдырышлылығы тупраҡтың составына бәйле. Уңдырышлылыҡ терминын хәҙерге аграр фәне тупраҡтың үҫемлектәрҙе һыу һәм кәрәкле матдәләр менән туҡтауһыҙ тәьмин итеүе тип аңлата. Тупраҡтың уңдырышлылығы бигерәк тә агротехник талаптарҙың дөрөҫ үтәлеүенә бәйле.
Ашламалар ҡулланыу һәм ер эшкәртеүҙең рациональ, фәнни яҡтан нигеҙләнгән системаһы ярҙамында тупраҡтың уңдырышлылығын оптималь параметрҙарға еткереү мөмкинлеге билдәләнгән. Хужалыҡтарҙың бөгөнгө бурысы – мөмкин тиклем күберәк килем алыу. Ә был эште аңлы, һәр яҡлап уйлап, тупраҡтың уңдырышлылығын түбәнәйтеүгә юл ҡуймайынса алып барыу тигән һүҙ.
Тупраҡтың уңдырышлы-лығының ҡырҡа түбәнәйеүен иҫәпкә алып, Дәүләт Думаһы “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеүҙе дәүләт кимәлендә яйға һалыу тураһында“ Федераль закон ҡабул итте. Уға ярашлы, Рәсәй территорияһында тупраҡтың уңдырышлылығы үҙгәреүенә дәүләт контроле булдырылды. Контролдең нигеҙендә тупраҡты агрохимик тикшереү ята.
Быға тиклем тупраҡҡа агрохимик тикшереү 2014 йылдың май-июнь айында үткәрелде. 2019 йылдағы Х цикл буйынса тупраҡта еңел үҙләштерелеүсе фосфорҙың, калийҙың, көкөрттөң, ауыр металдарҙың булыу-булмауы, тупраҡтың әселеге, радиация фонын асыҡлауҙы, алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлау һәм күтәреү буйынса тәҡдимдәр индереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Фосфор
Ауыл хужалығы культураларының юғары уңышы тупраҡта еңел үҙләштерелеүсе фосфорҙың етерлек кимәлдә булыуына бәйле.
Райондың ҡайһы бер хужалыҡтары баҫыуҙарында фосфор түбән кимәлдә: Айнур Юлдашев КФХ-һында - 13 мг/кг, Заһир Ҡарасурин КФХ-һында - 42 мг/кг, Ирәмән Шәрипов КФХ-һында - 59мг/кг. Уртаса кимәлдә: Фәнис Сәйәхов КФХ-һында - 97 мг/кг, “Салауат” исемендәге АХК-ла - 96 мг/кг, Ниғәмәт Мәжитов КФХ-һында - 93 мг/кг.
Калий
Калий – бөтә физиологик процестарҙа ҡатнашыусы мөһим функция үтәүсе элемент.
2019 йыл агрохимик тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса калий 81 мг/кг-дан 114 мг/кг-ға хәтлем артҡан, был тупраҡтағы калийҙың тейешле кимәлдә булыуын күрһәтә.
Тупраҡтың
әселеге (РН)
Тупраҡтың әселеге үҫемлеккә лә, химик, физик, биологик процесҡа ла туранан-тура йоғонто яһай һәм шуның менән ауыл хужалығы культураларының минераль туҡланыуын билдәләй. Район хужалыҡтары ерҙәренең 90% әсе тупраҡлы, был ерҙәрҙе эзбизләү юлы менән генә нейтраль хәлгә килтереп була.
Тупраҡтың әселегенә арыш, бойҙай, һоло культуралары бирешеп бармай, ә арпа, клевер, люцерна, донник, йәшелсәләр тиҙ бирешеүсән.
Гумус
Гумус тупраҡтың иң уңдырышлы булған өҫкө ҡатламы. Ул тупраҡтың төрөнә ҡарап, төрлө дәүмәлдә туплана: ҡара тупраҡта 10-11% булһа, көлһыу урман тупрағында - 7-8%, ә һуңғы агрохимик тикшеренеүҙәр буйынса 9,1% тәшкил итә.
Ҡайһы хужалыҡтарҙа ер эшкәртеү технологияһы, агротехник талаптар теүәл үтәлә, уларҙа гумустың кимәле артыу өҫтөндә. Сағыштырмаса түбән күрһәткестәр Салауат исемендәге хужалыҡта – 4,3%, Дәүләтбаев хужалығында – 3,2 %.
Азот
Тупраҡтағы азот һәр ваҡыт тургур хәлендә була, профил буйынса аҫҡа төшә – өҫкә ҡалҡып сыға, шуның өсөн көҙгөлөк һауа температураһы 12 градустан түбәнәйгәс кенә пробалар алына. Күрһәткес 20 кг/га тәшкил итһә, түбән кимәлдә икәнлеген аңлата.
Азоттың тупраҡта түбән булыуы үҫемлектәр тарафынан минераль ашламаларҙың, бигерәк тә фосфорлы ашламаларҙың үҙләштерелеүенә кире йоғонто яһай.
Быйыл ҡар ҡалын булғас, тупраҡтағы азот ҡар һыуҙары менән түбәнгә китә, был осорҙа тамырҙар көсһөҙләнә, бигерәк тә арыштың ян тамырҙары таралып китә алмай, үлеү осраҡтары ла булыуы мөмкин.
Яҙғы осорҙа ужым арышының, күп йыллыҡ үләндәрҙең тамыры азот ашламаһына мохтажлыҡ кисерә, шуның өсөн кәмендә 70 кг иҫәбенән өҫтәмә туҡландырыу талап ителә.
Агрохимик эштәренең туҡталып ҡалыуы ерҙәрҙең деградациялана барыуын күрһәтә. Ашламалар индереүҙе кәметеү уңыш, тимәк, килем алыуҙы кәметеүгә тиң. Шуға ла ер ҡулланыуҙың төп йүнәлеше - ауыл хужалығы ерҙәренең структураһын яҡшыртыу, тупраҡта гумустың (серетмә) һәм үҫемлектәрҙе туҡландырыусы элементтарҙың, бигерәк тә тупраҡтың әселеген кәметеүсе фосфорлы ашламаларҙың балансын яҡшыртыу.

Уңдырышлыҡтың әлеге кимәлен һаҡлап килеү уны тергеҙеүгә ҡарағанда еңел дә, осһоҙ ҙа.
Читайте нас: