Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Март 2021, 10:00

БАҠСА ҠЫРМЫҪҠАҺЫНАН НИСЕК ҠОТОЛОРҒА?

Йәй етһә, ҡырмыҫҡалар тәҡәтте ҡорота бит. Күптән түгел интернетта улар менән көрәш буйынса йәтеш кенә, еңел генә бер ысул күреп ҡалдым.

Йәй етһә, ҡырмыҫҡалар тәҡәтте ҡорота бит. Күптән түгел интернетта улар менән көрәш буйынса йәтеш кенә, еңел генә бер ысул күреп ҡалдым.
Ҡырмыҫҡалар тәмлетамаҡ бит. Шуға иҫәпләнгән дә инде был ысул.

Берәй ярты стакандай ҡайнатма (варенье), ярты сәй ҡалағы борная кислота (башҡортсалап торманым инде) һәм бер сәй ҡалағы сүпрә кәрәк була.

Уларҙы бергә һалып яҡшылап болғатырға һәм йәйенке һауыт төбөнә һыларға, унан ҡырмыҫҡалар айырыуса йыш күренгән урындарға ҡуйырға кәңәш ителә.

Улар был тәмлекәскә ҡыуанып ташланасаҡ, унан, күпмелер ашағас, ҡырыла башлаясаҡтар. Сөнки борная кислота менән сүпрә (дрожжи) ҡатнашмаһы уларға үлемесле тәьҫир итә икән.
Бер ике аҙна үтеүгә уларҙың булғанын да онотасаҡһығыҙ, тип ебәргәндәр былай. Был ысулды ҡулланып ҡарарға иҫәп бар. Сөнки былтыр хатта ҡыяр түтәленә иләү ҡормаҡсы булып маташтылар.

Насыпте две чайные ложки сахара (именно две!!!) горкой, сверху припорошите немного пищевой содой.

Йәнә ике аш ҡалағы өймәләм шәкәр һибергә лә өҫтөнә бер аҙ аш содаһы һалып сығырға ла кәңәш итеүселәр бар.
Баҡсағыҙ мул уңыш бирһен, дуҫтар!
Читайте нас: