Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ғинуар 2021, 13:00

БАЛ ҠОРТТАРЫҒЫҘ НИСЕК ҠЫШЛАЙ?

Бал ҡорттары өсөн ҡышлау бик үҙенсәлекле һәм ауыр осор. Оҙон ҡышты иҫәпкә алып, һәр умартасы бал ҡорттары яҡшы ҡышлаһын, ҡыш осоронда тейешле рәүештә үҫешһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырыша.

Бал ҡорттары өсөн ҡышлау бик үҙенсәлекле һәм ауыр осор. Оҙон ҡышты иҫәпкә алып, һәр умартасы бал ҡорттары яҡшы ҡышлаһын, ҡыш осоронда тейешле рәүештә үҫешһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырыша.
Умартасыны ныҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһе - умарталарҙағы дымлылыҡ. Ҡыш осоронда ҡышлау бүлмәләрендәге һауаның дымлылығы 80-90 % тәшкил итергә тейеш, ә умарталарҙың эсендәге дымлылыҡ күберәген ҡорттарҙан бүленеп сыҡҡан йылы һауаның һалҡын һауа менән бәрелеүенән барлыҡҡа килә, һуңғы сиктә был масса ысыҡҡа әйләнә. Дымлылыҡ артыҡ булғанда бал шыйығая һәм әсей. Сифатһыҙ бал менән туҡланған бал ҡорттары хәлһеҙләнә, ауырый башлай, ә ҡайһы саҡта ошо арҡала һәләк була.

Һәр умартасы был мәсьәләне үҙенсә хәл итә. Әлбиттә, ҡышлай торған урын шартына еткереп эшләнһә, ҡышлау урыны ваҡытында яҡшы елләтелһә, ҡыш осоронда хужаға бик хафаланырға тура килмәй.

Ҡайһы бер умартасылар умарталарҙы йылытҡанда дымды яҡшы тарта торған материалдар ҡулланалар, шул иҫәптән ҡамыш япма ҡулланғандары билдәле. Ә ҡайһы бер умартасылар умарта елләп торһон өсөн өҫкө япманың бер өлөшөн асып, бөкләп ҡуялар. Ҡышлау урыны йылы булғанда яңы әйтелгән ысул ярайһы уҡ ыңғай тип әйтергә була.

Шулай уҡ яҙ етеп, осор ваҡыт яҡынлашҡас, бал ҡорттары эс яҡтан шул асыҡ урынға йыйылалар һәм ҡайһы ваҡыт шунда бушатыналар, һөҙөмтәлә, умарталағы бал запасы бик бысранмай. Шулай уҡ һауаның ныҡ ҡоро булыуы ла һәйбәт түгел, был умарталағы балдың ныҡлап ҡатыуына килтереүе мөмкин. Әлбиттә, ҡатҡан бал менән туҡланған бал ҡорттары яҡшы шарттарҙа ҡышлай тип әйтеп булмай. Был, бәлки, умарталар өй баҙында ҡышлағанда шулай була торғандыр, ни өсөн тигәндә, бигерәк тә өй эсендә урынлашҡан мейес, һ.б. йылытҡыстар һауаны ныҡлап киптерә.

Ҡышлау осоронда бал ҡорттары урынлашҡан бүлмәлә һауа темпера-тураһының бер төрлө, 0, +4 градус тирәһе һаҡланыуы оптималь һанала, әммә юғарыраҡ һауа температураһы булғанда ла, башҡа шарттар яҡшы булһа, улар яҡшы үҫешә һәм һәйбәт ҡышлай. Һауа температураһының тиҙ арала артып, йә кәмеп тороуы бал ҡорттары өсөн уңайлы түгел, улар тынысһыҙлана, һуңғы сиктә иһә, был сәбәп уларҙың үҫешендә шулай уҡ кире йоғонто яһай.

Көслө яҡтылыҡ та бал ҡорттарын тынысһыҙландыра. Шуның өсөн ҡышлау шарттарын тикшергән осорҙа көсһөҙ янған ҡыҙыл төҫтәге фонарь булдырыу хәйерле. Һәр умартаны тыңлап ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә умарта алдында үлгән ҡорттар саманан тыш күп булһа, һағайырға кәрәк, сөнки ҡорттарҙың берәй ауырыу, бигерәк тә ноземотоз менән яфаланыуы ихтимал. Шулай уҡ умарталарҙан сит еҫтәр сыҡмаймы икәнен дә тикшереү мотлаҡ. Сыға икән, тимәк, ҡорттар шулай уҡ ниндәйҙер ауырыуҙан интегә. Сифатһыҙ аҙыҡ та бал ҡорттарының ҡышлауына бик насар йоғонто яһағаны умартасыларҙың барыһына ла билдәле. Быны, әлбиттә, булдырмаҫҡа кәрәк. Ысыҡ балын (падевый мед) бал ҡорттарына ҡышҡылыҡҡа запас булараҡ ҡалдырырға ярамай.

Көҙ осоронда, һалҡындар төшкәс, ҡышлау урынына килеп тулған сысҡандарҙы тиҙ арала тотоп бөтөргә кәрәк. Бының өсөн донъя баҙарында төрлө-төрлө матдәләр һәм тәпеләр етерлек. Ҡортсолоҡта ҡуллана торған күп кенә кәрәк-яраҡты үҙең дә эшләп алып була. Әйтәйек, ҡыш осоронда умарталарҙы үлгән ҡорттарҙан таҙартырға үҙең уңайлаштырған тимерсыбыҡ та бара. Ҡыш осоронда бал ҡорттарына ҡарата ниндәй сараны ҡасан үткәреүҙе ҡортсо календарына ҡарап билдәләү яҡшы.

Хәҙерге ваҡытта бал ҡорттарын тәрбиәләү буйынса теге йәки был кәрәкле мәғлүмәтте табып, уны файҙаланыуы ҡыйын түгел. Һәр кемдең үҙ шарттары, үҙ мөмкинлектәре, үҙ теләктәре, тигәндәй... Нисек кенә булмаһын, ҡыш осоронда ла бал ҡорттарын тәрбиәләүҙе онотмаҫҡа кәрәк.
Читайте нас: