Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Октябрь 2020, 10:00

Алдынғы һауынсы булған ул

Һауынсы һөнәрен данлаған замандар кире ҡайтмаҫ инде. Тимер ауылынан Миңниса Яубаҫарова 17 йәшлек кенә сағынан һыйыр һауыу эшенә тотона.

Һауынсы һөнәрен данлаған замандар кире ҡайтмаҫ инде. Тимер ауылынан Миңниса Яубаҫарова 17 йәшлек кенә сағынан һыйыр һауыу эшенә тотона.
Әүәле бәғзе йәштәрҙе дим буйынса өйләндергәндәр. Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы ла буласаҡ тормош иптәшен алдан күрмәгән дә, белмәгән дә. Әммә улар татыу ғаилә ҡоралар, һәйбәт йәшәйҙәр.
Тик тормош иптәше Ғәфүр, Миңниса инәйгә 40 йәш кенә булғанда был яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.
- 4 бала менән яңғыҙым ҡалдым. Ҡыҙым Розалия хәҙер Сибайҙа йәшәй, улдарым Вәсил, Ғәле ауылда, Вәкил улым мәрхүм булып ҡалды, - ти Миңниса инәй.
Ул бүтән тормошҡа сыҡмай. Донъя көтөү, балаларын аяҡҡа баҫтырыу, әлбиттә, бик ауырға төшә яңғыҙ ҡатынға.
- Ул ваҡытта атай-әсәйҙәрем үҙҙәре үк оло кешеләр ине. Шул саҡтарҙа үҙемде донъяла япа-яңғыҙ ҡалғандай тойҙом, - тип хәтерләй инәй.
-1966 йылдың көҙөндә Тимер фермаһына һауынсы булып эшкә төштөм. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. 25 баш һыйырҙы ҡул менән һауырға, ҡайһы саҡтарҙа хатта өсәр төркөмдө һауырға тура килә ине. Быҙауын тәрбиәләргә, аҙыҡ таратырға, аҫтын таҙартырға, йыуырға, йылғаға алып барып һуғарырға кәрәк. Уның араһында ат менән бесән ташышыу, уны һарай башына һалыу, төшөрөп, бүлешеп алыу һәм башҡа бөткөһөҙ эштәр. Көйәнтәләп быҡтырылған һаламды ташып һала инек, - ти Миңниса Яубаҫарова.
Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй. Атҡаҙанған исеме лә бар инәйҙең.
Йәш саҡ бит, эшен емертеп эшләргә лә, береһенән-береһе бәләкәй балаларын да ҡарарға өлгөрә.
Фермала йөрөгән саҡтарын да бик әсенеп иҫкә ала ул.
- Һыуыҡтар төшһә, сыйҙым кисеп фермаға йүгерә инек. Итектәрҙең эсенә һыуыҡ һыу тула, фермаға барып еткәс, итектең эсенә йылы һыу ҡойоп, аяҡтарымды йылытып ала инем. Шунда өшөп, хәҙер аяҡтарым һыҙлай. Үпкәгә һалҡын тейеп, 4 ай дауаханала ятып сыҡтым. Яҙын Иҙел аша һалынған торба буйлап һөттө ағыҙҙылар. Һалсылар булған саҡта, шуларҙың кәмәһенә ултырып сыға инек. Шулай эш араһында донъя көттөм, балалар, малдар, тип онотолоп ғүмер иттем.
Ирем ферма мөдире булғанда, икенсе ауылдарҙан ҡыҙҙар йыйып килтерә ине, сөнки ауылдыҡылар фермаға атлығып торманылар. Ситтән килгәндәр өсөн йәшәү урындары, уңайлыҡтар булдырҙы. Ә беҙгә - ауыл кешеләренә, көн дә йылға аша ҡайтып йөрөргә кәрәк, өйҙә ваҡ балалар зарығып көтә, - ти Миңниса инәй.
Әле лә инәй 3 һыйыр, 3-4 баш ат көтә, 45 ҡаҙ алған. Ҡыҫҡаһы, эшкә өйрәнгән ҡулдары һаман да тик тормай. Улдары бесәнен эшләп бирә.
- Элек һөт аҙыҡтарын һатыуға сығара инем, ғинуар һыуыҡтарында ла йөрөлдө инде. Хәҙер туғандарға, балаларға бирәм, ара-тирә һатып та ебәрәм, - ти 34 йыл колхозда тир түккән әңгәмәсем.
Бына шулай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың бер өлгөһө булған, һәр яңы көндән йәм табып, яҡындарына йән йылыһы бүләк итеп йәшәгән ябай ауыл ҡатынының егәрлелегенә, тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Тормош ауырлығын күп татып, хеҙмәткә, тормошҡа булған һөйөүен һүрелтмәгән Миңниса инәйҙең күңел күге лә аяҙ, тыныс булһын ине!
Читайте нас: