Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Сентябрь 2020, 14:00

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫН ДАУАЛАУ ЫСУЛДАРЫ

Бөгөн бал ҡорто ауырыуҙары ла, уларға ҡаршы дарыуҙары ла үтә күбәйеп китте, буғай. Ваҡыты менән умартасы ниндәй дарыуҙы алырға, уны нисек ҡулланырға белмәй аптырап ҡала. Бына ошо сетерекле хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индереү маҡсатым.

Бөгөн бал ҡорто ауырыуҙары ла, уларға ҡаршы дарыуҙары ла үтә күбәйеп китте, буғай. Ваҡыты менән умартасы ниндәй дарыуҙы алырға, уны нисек ҡулланырға белмәй аптырап ҡала. Бына ошо сетерекле хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индереү маҡсатым.
Мин был эшкә дарыуҙарҙы ҡулланыу ысулы күҙлегенән сығып баһа бирергә булдым. Улар алтау, уларҙың һәр береһенең ыңғай һәм кире яҡтарын барлап китәйек.

Беренсе ысул – дарыу шыйыҡсаһы һиптерелә. Был ысулды бипинды ҡулланыу миҫалында таныштырып китергә була. Ул бына нисә йыл инде варроатозға ҡаршы ҡулланыла. Ысулдың ыңғай яҡтары. Берҙән, дарыу шыйыҡсаһын әҙерләү ябай. Литр ярымлыҡ пластик шешә алаһың, уға йылымыс һыу ҡояһың, дарыуҙы ошо һыуға ҡушаһың, һауытты ябаһың һәм һелкетәһең. Һыу һөт төҫөн алды икән, тимәк, дарыу әҙер. Икенсенән, дарыу шыйыҡсаһын ҡулланыу ябай. Пластик һауытҡа һиптерткес бораһың (ул “Росинка” исеме менән билдәле) һәм ҡорттарға һиптерәһең. Һиптергән мәлдә лә артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ. Берәү рамды күтәрә, икенсеһе шыйыҡсаны ҡорттарға һиптерә. Ә шулай ҙа, был бик һәйбәт ысул икән, тигән һығымта яһарға ашыҡмайыҡ. Уның кире яҡтары ла етерлек. Беренсенән, күп осраҡта дарыу шыйыҡсаһы дөрөҫ әҙерләнмәй. Әҙерләү тәртибенә (инструкцияға) күҙ һалайыҡ әле: “1 мл бипин температураһы 400С-тан артмаған 2 литр һыуға ҡойола”. Әммә күбебеҙ һыуҙың температураһын үлсәмәй. Өсөнсөнән, дарыуҙың ҡулланыу миҡдары талап ителгән һандарға тап килмәй. Эш шунда - дарыу шыйыҡсаһы күстең көсөнә ҡарап һиптерелә. Ә был осраҡта һәр кемдең үҙ баһаһы, тигәндәй. Инструкцияның бына ошо тәҡдиме лә күп осраҡта үтәлмәй: “Көсһөҙ оялар, әгәр ҡорттарҙың көсө 4-5 рам аралығынан кәм булһа, бипин менән эшкәртелмәй”. Әммә умартасы был иҫкәртеүгә артыҡ иғтибар итмәй. Ул күп осраҡта барлыҡ күстәренә әҙерләнгән дарыуҙы һиптереп сыға. Хатта ваҡыты менән бер күскә иҫәпләнгән миҡдар үтә артып китә. Бына ошондай хәл күптәргә таныш. Әҙерләнгән дарыу шыйыҡсаһы 20 күскә иҫәпләнгән, ә умартасының 16 ғына күсе бар. Иҫәп буйынса, 4 күстең тәғәйен өлөшө артып ҡалырға, йәғни ҡулланылмаҫҡа тейеш. Ул күп осраҡта артып ҡалмай, ә барлыҡ ояларға тигеҙ һибелеп бөтөлә. “Түкһәң - йәл, аҡсаға һатып алынған, ярай, артыҡ зыяны булмаҫ әле”, - тип уйлай умартасы. Ә артыҡ миҡдарҙың ҡорттарға кире тәьҫир итеүе тураһында артыҡ уйламай ул. Бындай етешһеҙлектәр, әгәр һанай башлаһаң, апаруҡ йыйылып китә. Ә шулай ҙа, минеңсә, умартасының үҙ һаулығына иғтибар бирмәүе төп бәлә булып тора. Инструкцияны уҡыйыҡ әле: “Бипин кеше һаулығы өсөн бик зарарлы. Уның менән эшләгән мәлдә күҙҙәрҙе – күҙлектәр, битте – респиратор, тәнде – оҙон халат, ҡулдарҙы бирсәткәләр һаҡларға тейеш”. Әммә бындай һаҡланыу сараһы күп ваҡыт үтәлмәй. Шуға күрә инструкцияны тағы бер тапҡыр иғтибар менән уҡып сығырға һәм уны теүәл үтәргә кәрәк.
Өҫтәп тағы ла шуны әйтер инем. Ҡайһы ваҡыт һыуға ҡойолған бипин аҡ юлаҡ ҡалдырып аҫҡа төшөп китә. Әммә һелкетеү менән ул юҡҡа сыға. Йәғни һыу һөт төҫөн алмай. Әллә бипин иҫкергәндән шулай була, әллә һатып алынған дарыу бөтөнләй бипин түгел - сәбәбен асыҡлауы ҡыйын. Ә шулай ҙа ҡайһы бер умартасы барыбер уны күстәренә һиптерә. Әллә дарыу һиптерҙе, әллә ҡоро һыу һиптерҙе, кем белһен инде.
Икенсе ысул – дарыу төтөн менән бирелә. Был осраҡта дарыу йә оя эсендә быҫҡып яна, йә ул тышта яндырыла, ә төтөнө кейә аша өрҙөрөлә. Әлбиттә, был ваҡытта оялар тулыһынса ябылған була. Был ысулдың ыңғай һәм кире яҡтарын баһалауы ҡыйын. Сөнки төтөн менән эшкәртеүҙе умартасылар әллә ни өнәп етмәй. Минең уйымса, улар күстәрен йәлләй, улар фекеренсә, бал ҡорттары төтөндә тонсоға һәм тын ала алмай ыҙалай.
Өсөнсө ысул – дарыу шәкәр сиробы менән бирелә. Апаруҡ сығымдар талап итә. Аҙыҡ һауыттары (кормушка), шәкәр, дарыу һатып алыр кәрәк. Шуныһы һәйбәт, бөгөн һатыуҙа пластмасс һауыттар күп. Ҡулланыу яғынан улар бик уңайлы. Ул өҫкө япма өҫтөнә ҡуйыла, ә япмала ҡорттар йөрөй алырлыҡ тишек уйыла. Үтә күренмәле һауыт бигерәк уңайлы. Сироптың күпме ҡалғаны, бал ҡорттарының нисек эшләүе күренеп тора. Тағы бер ыңғай яғы бар – төтөн биреү кәрәкмәй. Һауыттың сироп ҡойор өсөн айырым, бал ҡорттары йөрөр өсөн айырым бүлкәттәре, уларҙың айырым ҡапҡастары бар.
Ысулдың кире яҡтарын барлап китәйек. Берҙән, күп осраҡта дарыу шәкәр сиробында тулыһынса иремәй. Икенсенән, дарыу күстәге бар ҡорттарға барып етмәй. Ул уны ташыусы-эшкәртеүсе ҡорттарға ғына эләгә. Улар сиропты күҙәнәктәргә ташып һала. Дарыу башҡа ҡорттарға ошо аҙыҡ менән туҡланған мәлдә генә эләгә. Өсөнсөнән, (иң ҡурҡынысы) әҙ генә ситкә түгелгән сироп шунда уҡ башҡа ҡорттарҙы йәлеп итә. Был урлашыуға килтерә. Әгәр берәй күсте сит ҡорттар баҫа, талай башланы икән, уны ҡотҡарып алып ҡалыуы бик икеле.
Дүртенсе ысул – дарыу канди менән бирелә. Ысул бик уңайлы. Һатып алынған кандины рам өҫтөнә һалыу менән эш тә бөтә. Кире яғы - “һатып алынған” тигән һүҙбәйләнеш. Канди ниндәй балдан эшләнгән, уның сифаты ниндәй икән, ниндәй дарыу һәм күпме миҡдарҙа ҡушылған, шәкәре ниндәйерәк булды икән һәм башҡаһы – ошондай һорауҙар умартасыны барыбер борсоп торасаҡ. Әлбиттә, умартасы кандины үҙе эшләп, кәрәк дарыуҙы үҙе ҡуша ала. Әммә бөгөн районда бындай эш менән шөғөлләнеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Бишенсе ысул – дарыу пластина менән бирелә. Бөгөн был иң алға киткән ысул булып иҫәпләнә. Ул шуныһы менән менән отошло – дарыу миҡдары дөрөҫ бирелә, сөнки ул пластиналарға һеңдерелгән була. Тағы ла бер өҫтөнлөгө бар. Тәҡдим ителгән пластиналар (дарыуҙар) алдан һынау-тикшереү эштәре башҡарылғас ҡына һатыуға сығарыла. Пластинаның ике төрө бар – ағас һәм ҡағыҙ-ҡатырға. Ҡатырға күпкә файҙалыраҡ, сөнки ул дарыуҙы күпкә һәйбәт һеңдерә. Пластина ике рам араһына ҡуйыла, йәғни уны ҡулланыу уңайлы. Был ысулдың кире яҡтары артыҡ юҡ һымаҡ.
Алтынсы ысул – дарыу газ рәүешендә бирелә. Иң алға киткән ысул булып иҫәпләнә. Газ-дарыу бәләкәй баллондарҙа һатыла. Ҡулланыуы башҡа газ баллондарынан айырылмай. Тәүҙә нәҙек торбаны ҡуяһың, шунан баллонды бер нисә тапҡыр һелкетәһең, артабан баштүбән әйләндерәһең һәм һиптерәһең. Ул, тәү сиратта, варроатоз талпанына ҡаршы ҡулланыла. Газ кейә аша ояға һиптерелә. Һиптереү ваҡыты – сама менән 1 секунд. Бер газ-баллон 300-350 күскә иҫәпләнгән.
Тәү ҡарамаҡҡа ысул бик отошло һымаҡ. Әммә, минең уйымса, бөгөн газ-дарыу ҡулланылыуҙан бигерәк һынау осорон үтәлер. Инструкция ла ошо турала иҫкәртә: «Тәүҙә бер нисә күскә һиптереп, һөҙөмтәне тикшереп ҡарағыҙ, аҙаҡ умарталыҡтағы башҡа күстәргеҙҙе эшкәртегеҙ”. Күңелдәргә бер аҙ шом йүгерткән инструкцияны артабан уҡыйбыҙ: “Йылға-күл эргәһендә урынлашҡан умарталыҡта ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Балыҡтар үләсәк. Әгәр газ яңылыштан эскә эләкһә, шунда уҡ ҡоҫор кәрәк. Бындай осраҡта табипҡа мөрөжәғәт итеү мотлаҡ”. Бына ошоларҙы уҡығас, күптәр, бәләһенән баш-аяҡ, тигән һығымтаға килгәндер әле.
Был мәҡәләне уҡығас, дөйөм һығымтаны, әлбиттә, һәр кем үҙе яһар. Ә шулай ҙа мин пластина-дарыуҙарға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итер инем.
Читайте нас: