Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Сентябрь 2020, 16:00

ҠОРТСОЛАР КӘҢӘШЛӘШТЕ

4 сентябрҙә Кейекбай ауыл биләмәһендә районда ҡортсолоҡто үҫтереү һәм йәш быуынды ҡортсолоҡ өлкәһенә йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үтте.

4 сентябрҙә Кейекбай ауыл биләмәһендә районда ҡортсолоҡто үҫтереү һәм йәш быуынды ҡортсолоҡ өлкәһенә йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары И. Ғәлин, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Шәрипов, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре Ф. Йомағужин, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм ҡортсолар ҡатнашты.
Кәңәшмә йәнле аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу форматында барҙы. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың сәләмләү сығышынан һуң, сарала ҡатнашыусылар маршрут менән танышты.
“Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Шәрипов:
- Беҙ бал, күс һатыуҙан тыш, ҡортсолоҡ продукттарын тулыһынса ҡулланып бөтмәйбеҙ. Ҡортсолоҡ туризмдың уңышлы башланғысы булып тора. Ошоно иҫәпкә алып, бал һатыу менән генә сикләнмәй, ҡортсолоҡтоң ҡалған йүнәлештәрен дә күҙ уңында тоторға кәрәк. Хөкүмәттән ярҙам алыу мөмкинлектәре лә бихисап. Булған программаларҙы уңышлы ҡулланырға саҡырам. Ноябрь, декабрь айҙарында тағы бер осрашыу үткәрергә уйлайбыҙ, - тине.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Луиза Әминеваның базаһын барып күрҙе. Юлай Әминев апитерапияның йоғонтоһо хаҡында бәйән итте. Улар үҙҙәренең биләмәләрендә уҫаҡтан бәләкәй өс “апиөй” төҙөгәндәр. Был үҙенсәлекле өйҙәр бер кеше ятмалы ғына. Иҙәненән саҡ ҡына өҫкәрәк умарта ултыртыласаҡ, өҫтөнә ятыу урыны әҙерләнәсәк. Кешене ҡортсолоҡ продукттары менән дауалауға йүнәлтелгән махсус төҙөлөшлө өйҙәрҙә кеше үҙен умарта эсендә кеүек тоясаҡ. Ул шунда уҡ тыныслана, ниндәйҙер кимәлдә медитация хәленә инә. Был бигерәк тә йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған кешеләргә яҡшы дауа буласаҡ. Шулай уҡ бронхит, астма, нервы системаһының, тын алыу юлдарының ҡаҡшауынан, ОРВИ, баш ауыртыуынан яҡшы дауа буласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Базала аш-һыу бүлмәһе, мунса, туристарға йоҡлап йөрөү өсөн ҙур өй күтәреп ултыртылған.
- 2017 йылда “Агростартап” программаһы буйынса субсидия алғайныҡ. Яҙ айҙарында эшләй башларбыҙ тигән өмөттәбеҙ, - ти Ю. Әминев.
Рөстәм Йомағужиндың умартасылығында ҡортсолар пенополистироль дадан менән таныштылар. Ҡортсо дадандың үҙенсәлектәре, ҡулланыу тәжрибәһе тураһында һөйләне, уның ыңғай һәм кире яҡтарын барланы, умартасыларҙы ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Р. Йомағужин дадандарҙы быйыл ғына Белорет ҡалаһынан алдырған. Хаҡтары 4-4,5 мең һум тирәһе. Ябай ағас даданға ҡарағанда был умарта күпкә еңел, 1-2 килограмм тирәһе генә тарта.
- Быйыл ошо дадандарҙа ҡорттарҙы ҡышлатыуға ҡалдырып ҡарарға уйлайым. Буялған дадан алыу отошлораҡ. Буялмағаны ҡояш нурҙарына тиҙ бирешә. Һаҡлыҡ ваҡыты 50 йыл тиелгән, - тине һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусы тәжрибәле ҡортсо.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәфил Йомағужиндың умартасылығына юлланды.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре Фитрат Йомағужин бөрйән ҡортон үҫтереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ҡортсолар үҙ-ара ҡыҙыу бәхәс ҡорҙо. Һөҙөмтәлә, беҙ бөрйән ҡортон һаҡларға тейешбеҙ, килем, бал алыу ғына төп маҡсат булмаһын ине, тигән теләктәр яңғыраны.
Вадим Сәйфетдинов үҙенең бөрйән бал ҡортон һаҡлауға йүнәлтелгән эше барышы хаҡында һөйләне. Оҫта солоҡсо йөҙәрләгән солоҡ эшләп һатҡан. Ситтән килеп (Ҡариҙел районы), Яңы Усманда 4-5 йыл ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул бөрйән ҡортон һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша. Яңыраҡ ул ерҙә ултырған һәм ағас башына ҡуйылған солоҡтағы бал өлгөһөн уның составында ауыр металдарҙың булыу-булмауын тикшертеүгә Германияға ебәргән. Тик 3 ай көтөргә тура киләсәк, тип белдерҙе ул.
Былтыр шәхси эшҡыуарлыҡ эшен асып ебәргән Рәфил Йомағужин умартасылығында бағры үрсетеү менән дә шөғөлләнә.
-Ул идеяны электән башта йөрөтә инем. Уҡып бөткәс, хыялымды тормошҡа ашыра башланым. Был күлгә (70х12 метр) 5 меңгә саҡлы балыҡ ебәреп була. Әлегә 2 мең балыҡты ҡарайбыҙ. Уларҙы көнөнә ике тапҡыр ашатам. 5 килограмм ауырлыҡҡа еткерергә уйлайбыҙ. Киләсәктә эшебеҙҙе тағы ла киңәйтергә ниәт бар, - ти йәш эшҡыуар.
Ғөмүмән, кәңәшмә ҡортсолар өсөн бик фәһемле үтте.
Читайте нас: