Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Сентябрь 2020, 15:00

МАЛДЫҢ ТЕЛЕН АҢЛАР КӘРӘК

Шулай ти 38 йыл ғүмерен ветеринарияға бағышлаған Яңы Монасип уҙаманы Шәрипов Фәнис Фәтхетдин улы.

Шулай ти 38 йыл ғүмерен ветеринарияға бағышлаған Яңы Монасип уҙаманы Шәрипов Фәнис Фәтхетдин улы.
Эйе, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булып танылыу өсөн эшеңде ихлас яратыу, уға тоғролоҡ һаҡлау шарт.
- Башланғыс класты ауылда тамамлағас, 5-се класҡа Нәбигә барҙым, 9-10-ды Иҫке Монасипта бөттөм. Йүгереп йөрөп уҡыныҡ инде элек.
Унды бөткәс тә, 1975 йылда, “Ҡыҙыл таң” колхозына эшкә төштөм. Аҙаҡ ике йыл – әрме хеҙмәте. Чехословакияла мотоуҡсылар часында хеҙмәт иттем. Әрмелә 6 ай ашнаҡсыға ла уҡыттылар әле.
Ватан алдындағы ирлек бурысын үтәп ҡайтҡас, 1979-2003 йылдарҙа ветстанцияла, колхозда эшләнем. Аҙаҡ ике йыл колхозда башмаҡ көткәс, Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға киттем. 1982 йылда ферма мөдире булып эшләнем, аҙаҡ кире ветеринар булдым.
Эшемде шул хәтлем яратам мин. Оҙайлы хеҙмәт дәүеремдә күп ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр булды инде. Өс тапҡыр быҙауҙарҙы кесарево юлы менән алырға тура килде – һыйырҙарын, тәрбиәләп, мал итеп алыуы ауыр, тип салдылар хужалары, ә быҙауҙары эшкинеп китте. Малдарҙың аяҡ йә ҡулы асыҡ һынып, шуларға ампутация эшләгән осраҡтар ҙа булды инде ул.
Эш булғас, төрлө хәл була. Мәҫәлән, талпандан ике бейә ныҡ ауырыны, система ҡуйып саҡ алып ҡалдым – венаһына укол ҡаҙайһың да тотоп тораһың инде. Мал менән эшләү кеше менән эшләүгә ҡарағанда ябайыраҡ ул, кешегә аңлатыу ҡыйын. Тәүҙә хужаһынан һорап-төпсөнөп диагноз ҡуяһың, аҙаҡ тәрбиәләйһең. Хужаһы һәйбәт ҡараған мал тиҙ терелеп китә, йүнһеҙ хужаның малы ла мандымай. Малына иғтибарлы булып, шул хәтлем һәйбәт ҡараған кешеләр бар – мал ояһы таҙа, йылы, һарайына иҙән йәйелгән.
Күберәк профилактика эше менән шөғөлләнәбеҙ. Ветстанция дарыуҙарҙан өҙмәй. Эшебеҙ, билдәле, бик еңелдән түгел – көнмө-төнмө, шылтыратһалар – барабыҙ. Тәрбиәләгән мал шәбәйеп китһә, хужаһынан да артыҡ ҡыуанаһың. Малды яратыр, уның телен аңлар кәрәк иң беренсе сиратта.
Ветеринар һөнәрен һайлауым да тиктән түгел. Бала саҡта булды был хәл. Әсәй мәрхүмә һыйырҙы быҙаулата алмай ыҙалай. Апрель айы. Ауылда ветеринар юҡ. Бар, Хөсәйен апаңды алып кил, тип күрше ауылға һыбай сығарып ебәрҙе. Китеп барам: “Былай булмай, ҡайһы сама ауылда бер ветеринар ҙа юҡ, ҙурайғас ошо һөнәргә уҡып алам”, - тип уйлап барам. Теге белгес килде, быҙауҙы һөйрәп алды. Мин уның нимә эшләгәнен ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙом. Шул мәлдә ветеринар булырға ҡарар иттем.
Атай мәрхүм ғүмере буйы мал араһында булды. Гел уға ярҙамлашып йөрөнөм.
Ошо һөнәрҙе һайлағаныма һис үкенесем юҡ. Кире бер ҡырҡ йәшкә йәшәреп булһа, тағы ошо һөнәрҙе ике уйламай һайлар инем. Эшеңде яратһаң, уға күңел һалһаң, мөкиббән бирелһәң, һис ауырлығы тойолмай. Бәғзе саҡ эшкәртеүҙәр менән булып төнгә тиклем йөрөйбөҙ. Ҡайһы кешеләргә хатта беҙ тәк бушҡа йөрөгән кеүек тойола. Беҙҙең эштә ал да юҡ, ял да юҡ.
Шәхси хужалыҡтағы малдарҙы ҡарауҙан тыш, бесәй, эттәре ауырып, мөрәжәғәт иткәндәргә лә ярҙам итеп ебәрәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, эшебеҙ күп, яуаплы, әммә яратҡан эш ялҡытмай – шуныһы, - тип түрт тиҫтәлек хеҙмәт юлына бер тынала матур хәтирә итеп баһа бирә Фәнис ағай.
Эйе, тәжрибәле ветеринарҙың хеҙмәтен баһаларға онотмағандар – ул район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына, Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының Маҡтау ҡағыҙына (2014) һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына (2019) лайыҡ булған.
Ошондай һәлмәк уңыштар, күңел көрлөгө менән ҡаршылай ул үҙенең һөнәри байрамын – ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнөн.
Читайте нас: