Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Сентябрь 2020, 14:00

ЕРГӘ ЭЙЕЛГӘН АС ҠАЛМАҪ

Уңыш йыйыу мәлендә көндәрҙең аяҙ тороуы ауыл эшсәндәре өсөн ҙур ҡыуаныс.Район буйынса бөтә төр хужалыҡтарҙа 680 гектар самаһы майҙанда бөртөклө иген культуралары урып алынырға тейеш. Шуның 100 гектары бойҙай, 100 гектары арпа, 480 гектары һоло. Әле баҫыуҙарҙа 4 комбайн уңыш йыя. 60 га майҙанда бойҙай, 30 га арпа, 60 га майҙанда һоло урып алынған (25%). Гектар ҡеүәте уртаса 10,5 ц.

Уңыш йыйыу мәлендә көндәрҙең аяҙ тороуы ауыл эшсәндәре өсөн ҙур ҡыуаныс.
Район буйынса бөтә төр хужалыҡтарҙа 680 гектар самаһы майҙанда бөртөклө иген культуралары урып алынырға тейеш. Шуның 100 гектары бойҙай, 100 гектары арпа, 480 гектары һоло. Әле баҫыуҙарҙа 4 комбайн уңыш йыя. 60 га майҙанда бойҙай, 30 га арпа, 60 га майҙанда һоло урып алынған (25%). Гектар ҡеүәте уртаса 10,5 ц.
Фермер Фәнис Сәйәхов хужалығында 72 гектар майҙанда ураҡ эштәре башҡарылырға тейеш. Быйылғы йылда улар юғары сортлы суперэлита һәм элиталы орлоҡ материалдарын сәсеүгә өлгәшкән. Әлеге мәлдә хужалыҡта эштәр ҡыҙыу бара. Механизаторҙар үткән аҙнала арпа уңышын йыйыуға төштө. Гектарынан 20 центнер сығыр, тип күҙаллай хужалыҡ етәксеһе. Башҡа культураларҙан да юғары уңыш алырға иҫәп тота хужалыҡ эшсәндәре. Бының үҙ сәбәптәре лә бар: ерҙе бөтә агротехник сараларҙы теүәл үтәп эшкәртеү, минераль ашламалар ҡулланыу (район буйынса алынған минераль ашламаларҙың ярты өлөшө Ф. Сәйәхов КФХ-һына тура килә) һәм бер йыллыҡ ҡый үләндәренә ҡаршы химик утау үткәреү – былар барыһы ла теүәл башҡарылған. Әлеге ваҡытта арпа һәм һоло культуралары урып алынған ерҙәрҙе туңға һөрөү ҙә алып барыла.
Аяҙ көндән файҙаланып, башҡа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ураҡ эштәренә төштө (Ҡ. Шәрипов, Ф. Моратшин, Ә. Ғәлин КФХ-лары). Латыпов КФХ-һы күп йыллыҡ үләндәрҙе яңыртыу маҡсатында туңға һөрөү менән мәшғүл.
Баҫыу уңғандарының эшенә – ҡеүәт. Ергә эйелгән ас ҡалмаҫ, тиҙәр бит.
Читайте нас: