Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Август 2020, 11:00

СОЛОҠСО ТИГӘН ДАНЫ БАР

Солоҡсолоҡ – беҙҙең бөрйәндәргә генә хас боронғо кәсеп-һөнәр.

Солоҡсолоҡ – беҙҙең бөрйәндәргә генә хас боронғо кәсеп-һөнәр.
Күптәр заманса һөнәрҙәргә сат йәбешеп ятҡанда, ошо йән тыныслығы, күңел ризалығы ғына түгел, болло йәшәтер боронғо кәсепте үҙ итеп, унһыҙ тормоштарын күҙ алдарына ла килтерә алмаусылар бар.
Исламбай ауылы уҙаманы - солоҡсолар династияһын дауам итеүсе Ғәзинур Ибраһимов та – һуңғылар иҫәбендә.
- Ҡорт ҡараһаң, тынысла-наһың. Уларҙың хәл-торошо геүләүенән билдәле. Тәүге солоғомдо 18 йәштә юндым. Көнөнә - бер, ныҡ тырышһаң, ике солоҡ юнырға мөмкин. Мин ағасҡа аҫылынып тороп юнам. Ауылда юнғандарын урманға алып барып күтәрергә тура килә. Был осраҡта ярҙамсыһыҙ булмай.
Ҡорт ҡарау еңел генә эш түгел. Бал да, ҡорттарҙың имен ҡыш сығыуы ла йылы менән була. Бер йылы умарталарҙағы ҡорттарым ныҡ күп ҡырылды.
Солоҡтарымды әле ҡарап бөтмәгәнмен. Уларҙың һаны 35 тирәһе. Солоҡтарҙың Аллаһ тарафынан эшләнгәне лә, олатайҙан ҡалғаны ла, үҙем юнғаны ла бар.
Сентябрь-октябрь – солоҡ юныу ваҡыты. Элекке солоҡтар ҡартайып, сереп бөтөп бара, яңыларын юныр кәрәк. Солоҡ балына ниндәй заманда ла ихтыяж ҙур. Әле килоһын ике меңдән һатам. Йылда ла шул бер алған кешеләр ала. Магнит, Өфө яҡтары ҡуймай.
13 йәштән шөғөлләнәм инде был йәнгә яҡын кәсеп менән. Олатайым Әхмәтзәки ҙә, атайым Ғәфүр ҙә – солоҡсо, - ти Ғәзинур.
Солоҡсо яңы йорт һалып йөрөй – күп эше ҡалмаған. Бесәнен дә бөткән. Малы ла ырамлы ғына – аты, ҡолонло бейәһе, һыйыры бар.
Бар өҫтөнә барҙы һыйҙырып, солоҡсо тигән ата-бабалар кәсебенең бәҫен һаҡлап, данын арттырып ятыуы Исламбай уҙаманының. Ошонан айырмаһын уны киләсәктә лә!
Читайте нас: