Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Август 2020, 12:00

ИХ, БАЛЫ ЛА БАЛЫ!

9 августа Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең байрамын билдәләй. Шөкөр, был табышлы ла, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы шөғөлгә күңел һалыусылар районда артыу өҫтөндә.

9 августа Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең байрамын билдәләй. Шөкөр, был табышлы ла, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы шөғөлгә күңел һалыусылар районда артыу өҫтөндә.
Ғәҙелгәрәй ауылында ла ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Был ауылда йәшәүсе данлыҡлы умартасылар, хатта династиялар хаҡында райондан ситтә лә беләләр. Шундай умартасылар менән танышыу теләге беҙҙе Ғәйнислам Йомағужиндарҙың йортона килтерҙе.
Ғаилә башлығы, йәғни баш умартасы, өйҙә булмай сыҡты, бесәнгә киткән. Әлбиттә, аяҙ көндә ауыл кешеһен өйҙә тап итеүе икеле. Беҙҙе хужабикә Гөлсиә апай ҡаршы алып, бал ҡорттары, уларҙы тәрбиәләү нескәлектәре хаҡында ихласлап бәйән итте.
Умарталыҡтары йорттарына яҡын ғына урынлашҡан, әммә беҙҙең хәүефһеҙлекте ҡайғыртып, яҡын бармаҫҡа кәңәш итте хужабикә.
Йомағужиндарҙың умарталары 30-ҙан артыҡ. Уларҙың бал ҡорттарындай егәрлелектәре донъяларында ла сағыла. Былтыр үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамында “Атай нигеҙен һаҡлаусылар” номинацияһында 1-се урын юҡҡа ғына бирелмәгәндер уларға. Йорт-ҡаралтылары төҙөк, баҡсалары йәмле.
-Атайым да, ҡайнымдар ҙа данлыҡлы умартасылар булды, шулай уҡ уларҙың да ата-бабалары ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, - ти Гөлсиә апай, үҙ нәҫеле менән таныштырып.
Ауыл ерендә йәшәгәс, малды ла күпләп аҫрайҙар: һыйыр малдары ишле, өс тиҫтәләп һарыҡтары, ихата тулып йөрөгән ҡош-ҡорттары ла бәрәкәт өҫтөнә бәрәкәт өҫтәй. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығына туристарға тип май, ҡорот, һөт, ҡаймаҡ та ебәреп торалар икән. Әммә умартасылар нәҫелен дауам итеүселәр киләсәктә тик ҡортсолоҡ менән генә шөғөлләнергә хыяллана.
Гөлсиә апай менән Ғәйнислам ағай икеһе лә ҡурсаулыҡта эшләйҙәр. Ғәйнислам Ғилметдин улы ҡурсаулыҡ умарталығында техник-ҡортсо булһа, Гөлсиә Ғәҙелша ҡыҙы бухгалтер-кассир.
-Элгәре ауылда нәҫелле умартасылар ғына булһа, хәҙер йәштәр ҙә был кәсепкә тотоноп китте. Бал ҡорттары быйыл насарыраҡ ҡышланы. Былтыр умарталар 40-тан артыҡ ине. Һөйләй китһәң, нескәлектәре күп инде, баш умартасының үҙенән һорашыр кәрәк. Әле йүкә балын бороп бөтөп, даими клиенттарға әҙерләп ултыртҡанбыҙ. Бал һатып алыусыларыбыҙ өйҙән килеп алалар, балдарыбыҙҙы Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск, Себер яҡтарында ла тәмләйҙәр, - ти Гөлсиә ханым. Ҡорт өйөндә әлеге ваҡытта ярты тонналай балдары һауыттарға тултырылып, алып киткәндәрен көтөп ултыра.
Гөлсиә һәм Ғәйнислам Йомағужиндарҙың үҙҙәре генә түгел, балалары ла бал ҡорттарындай егәрле, булдыҡлы. Дүрт балаларының өсәүһе ҡорт ҡарау эшендә тәжрибә йыйып өлгөргәндәр ҙә инде. Кинйә ҡыҙҙары Наҙгөл генә умарталарға яҡынламай. Уның ҡарауы, медицина колледжында белем алыусы ҡыҙ 3-сө йыл инде ҡурсаулыҡта экскурсовод булып эшләй. Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе Фирүзә һәм Нурия, студент улдары Динислам ҡорт ҡарау серҙәренә төшөнөп бөткәндәр.
Эйе, балы татлы булһа ла, бал ҡортон тәрбиәләү ҙур тырышлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, бал ҡортондай егәрлелек талап итә. Ошо сифаттарға эйә булған Йомағужиндарҙың умартасылар династияһының артабан да дауам итеренә өмөт ҙур. Шулай итеп, тик уңғандарҙың ғына тормошо балдай татлы, күстәре ишле, табышы мул, бал ҡортондай эшләһәң генә тәмле бал ашарға була икән. Быға беҙ Йомағужиндар миҫалында йәнә бер инандыҡ.
Читайте нас: