Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Август 2020, 11:00

БЕСӘНЛЕКТӘРҘӘ ҠЫҘЫУ МӘЛ

Быйылғы йәйҙә һауа шарттары ауыл халҡын ауыр хәлдәргә ҡуйҙы. Үтә эҫе көндәр үлән-дәргә йүнләп үҫергә ирек бирмәне, сабынлыҡтағы бесәнде көйҙөрҙө.

Быйылғы йәйҙә һауа шарттары ауыл халҡын ауыр хәлдәргә ҡуйҙы. Үтә эҫе көндәр үлән-дәргә йүнләп үҫергә ирек бирмәне, сабынлыҡтағы бесәнде көйҙөрҙө.
Шулай ҙа халыҡ бесәнлектәрендә мәж килә.
Ғәҙелгәрәй яғына юл төшкәндә, бесән эшләп йөрөүселәрҙе күреп, яндарына туҡтаныҡ.
Шәмсетдин ағай Сәғитов кейәүе Зәбир менән Иҫке Аҡбулат янындағы Үлебар йылғаһы буйында бесән йыйыу менән мәшғүл (аҫтағы фотола).
- Тырышҡан булабыҙ. Был беҙҙең һуңғы бесәнлек. 60 центнер тирәһе бесәнебеҙ булды. Ямғырҙан алда сапҡайныҡ, бына әле йыйып йөрөйбөҙ. Биш һыйыр көтәбеҙ. Атайсалда әҙерәк йыйып алһам, бөтә, - ти Шәмсетдин ағай.
Артабан юл тотабыҙ. Салауат һәм Гөлйөҙөм Маликовтар 4-сене тамамлаған улдары Иштуған менән Битлән сатлығында мәж килеп бесән йыялар.
- Балаларҙың ололары эштә, бәләкәй малай ғына янда. 7 баш һыйыр малы, 5 баш йылҡы, һарыҡтар көтәбеҙ.
-Тракторыбыҙ, сапҡысыбыҙ, тырмабыҙ бар - тиҙ генә йыйып, алып ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Салауат ағай.
- Шүлгән башында, Ҡыуаламатта бесәнде бөттөк. Бесән быйыл үҫмәгән, шулай ҙа ҡырабыҙ инде. Әлегә биш яланда эште бөттөк, тағы бер ялан бар әле. Бесәнде күбә итмәй, эйеремдән тура тейәп ҡайтабыҙ. Күп булһа, эҫкерткә һалабыҙ. Ҡайһы бер ерҙәрен ҡул салғыһы менән сабып алдыҡ. Туғандар ҙа ярҙамлаша. Ҡулалмашҡа эшләйбеҙ, - тиҙәр бесәнселәр.
Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәренең теләге бер: сапҡан бесәнен тиҙерәк йыйып алыу. Халыҡта техника күбәйгәс, эш шарттары күпкә еңеләйҙе, әммә тәбиғәттең үҙ ҡанундары ла бар бит әле. Шуға күрә ауыл хеҙмәтсәндәре йәйҙең һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша. Һыйырҙың һөтө - телендә, тигәндәй уның нисек ҡыш сығыуы бөгөн хәл ителә лә инде.
Читайте нас: