Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль 2020, 14:00

ЙӘЙҘЕҢ КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА

Быйылғы ҡоро йылда бесәнгә ғәҙәттәгенән алда төшөүселәр отто, тип әйтергә урын бар – бешер бесән бешеп, хатта үлән-ут һабаҡта килеш кибеп, һирәп бөттө, ямғырҙар ҙа баш алды.

Быйылғы ҡоро йылда бесәнгә ғәҙәттәгенән алда төшөүселәр отто, тип әйтергә урын бар – бешер бесән бешеп, хатта үлән-ут һабаҡта килеш кибеп, һирәп бөттө, ямғырҙар ҙа баш алды.
Байназарҙан КФХ етәксеһе Рушан Салауатов та өлгөрҙәр иҫәбендә – ферма туғайындағы һарайына 100 төргәк (350 ц) ут йәшел генә итеп төрөлгән бесәнен ташыу өҫтөндә.
- Бесәнде үҙем, өфөнән ҡайтып йыл да ярҙам иткән Илнар ағайым менән эшләнек. Барыбер тағы 70-80 төргәк бесән кәрәк буласаҡ. Ҡалғанын Ҡырмыҫҡалынан һатып алырға һөйләшелгән. Механизацияланған звено өсөн бесән эшләү әллә ни ауыр булманы.
Ҡурыуҙы тауы башында 13 га майҙанда һоло ҡатыш бойҙай сәселгән, Юшалый яғында (2,7 га пай ерендә) ла һоло ҡатыш бойҙай бар, заправка ҡаршыһында 10 га майҙанда ла сәселгән иген бар. Һуғып алынған игендән фураж һалдырабыҙ инде.
Хужалыҡта 20 баш һыйыр малы, 13 баш йылҡы иҫәпләнә. Әлеге көндә 10 баш һыйырҙы Фирҙәүес апайым (Салауатова) машина менән һауа. Һөттө, ҡаймаҡты өйөнән генә килеп алалар, хәҙер бит ауыл ерендә йәшәүсе бәғзе бер оло быуын кешеләре мал тота алмай, йәштәр араһында ла мал көтмәүселәр бар. Илдус еҙнәй Нурғәлин менән дә бесәнде бергә эшләйбеҙ, эш уртаҡ, ти Рушан.
Ауыл кешеһенә аяҙҙа ла, яуында ла эш етәһе. Ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, Рушан Мәһәҙей яғына, Ороло ҡарағайҙағы сабынына ҡабалана – ундағы бесән төргәктәрен һарайға ташып алып бөтәһе бар.
Эйе, аяғың тәпелдәмәһә, ауыҙың сәпелдәмәй шул – крәҫтиәндең һыйы өҫтәленә ҡара тир түктерер хеҙмәте, тырышлығы арҡылы ғына килә.
Йәйҙең көнө ҡышты туйҙыра – ошоно аңлағандар, Байназар уңғаны Рушан ише, ҡара таңдан эшкә егелә.
Читайте нас: