Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Июль 2020, 14:00

ТӨРГӘК-ТӨРГӘК ЙӘШЕЛ БЕСӘН – ҠАРА ТИР ТАМҒАН ЭШТӘН!

Нәҡ шулай: берәүҙәр ямғыр яумау сәбәпле бесән юҡ, тип илаулағанда Яуымбайҙағы Фәһим Хәйбуллин етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығының һарай-әүеҫлектәре төргәк-төргәк йәшел бесән менән тулыу өҫтөндә.

Нәҡ шулай: берәүҙәр ямғыр яумау сәбәпле бесән юҡ, тип илаулағанда Яуымбайҙағы Фәһим Хәйбуллин етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығының һарай-әүеҫлектәре төргәк-төргәк йәшел бесән менән тулыу өҫтөндә.
Алдан күрә белеүсе, йүнсел, эш тип йән атҡан бөтмөр хужаның быйылғы яуынһыҙ йылдағы ҡырып сапҡанда ла таҡа-тоҡа булып ҡалырлыҡ бесәнгә әллә ни иҫе китеп тормаған – тотош ике механизацияланған звено булдырып, береһен – Урал йәйләүҙәренә ебәрергә әҙерләнһә, икенсеһен Архангель районына оҙатҡан.
- Сәтрәйҙәге 33 га майҙанлыҡ ерҙә бесәнде сабып төргәкләп бөттөк. Төргәктәр әлегә яланда ята – ҡул һәм ваҡыт теймәйерәк тора.
Бына бөгөн Архангелдән 100-сө төргәк ҡайтты.
Архангелдән 150 га майҙан ерҙе һөйләшеп алдым. Тәүҙә ер хужаһы 17 га майҙанын ғына бирҙе. Унда МТЗ-82 тракторҙары менән Радис Нурғәлин менән Маргиз Назаровтар бесән эшләй. Беҙҙең эшкә шәп егеттәр тиҙ арала теге 17 га майҙандағы бесәнде эшләп бөткәйне, тегеләрҙең күҙҙәре дүрт булды. Тағы 100 га ер бирҙе, сөнки икәү-ара килешеү буйынса, эшләнгән бесәндең 40 проценты – уға, 60 проценты –миңә.
Алла бирһә, минимум 1500 төргәк бесән сығыр, тигән ниәттәбеҙ. Был сама бесән үҙебеҙҙең малдарҙан артып ҡаласаҡ, шуға ҡоролоҡ йылда райондаштарға ла һатасаҡбыҙ. Бер төргәк 3 центнер һәм хаҡы 2 мең һумдан.
Архангелдән төргәктәрҙе КАМаЗ менән Айнур ағайым ташый. Машина ялларға ла тура килә.
Үҙем сәскән бер йыллыҡ үләндең сығышы һәйбәт булманы. Шулай ҙа Сәтрәйҙән 300 төргәк бесән алыуға өлгәштек.
Икенсе механизацияланған звено Урал яғына, йәйләүгә китергә йыйына – Данияр менән Гәрәй Вәлитовтар 75 га майҙанлыҡ Әүлиә яланын сабып, төргәктәргә һалмаҡсы.
80 баш йылҡыға етерлек бесән артығы менән булды, тип иҫәпләргә була, - ти Фәһим Мөхәмәт улы.
Эйе, КамАЗ-КамАЗ ут йәшел бесән төргәктәренә ҡарап күҙ һөйөнә – быйылғы яуынһыҙ, тәҡәтте ҡоротоп, крәҫтиәнгә уңышһыҙ яғы менән боролған йылда мал аҙығы әҙерләү барышының Фәһим Хәйбуллин хужалығында ошолай барыуы эсте йылыта.
Үҙенең малдарына ғына түгел, кешегә һатырлыҡ бесән эшләп, сослоҡ күрһәткән Яуымбай уңғандарына афариндан башҡа һүҙ юҡ – ҡара тир түгеп эшләгән бесәндәрен малдарына ашатырға яҙһын.
Илдә булһа, беҙҙә лә булыр, тигән бит башҡорт – Фәһим Хәйбуллиндың бөгөнгө эше ошоға дәлил.
Читайте нас: