Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июль 2020, 13:05

БЕТЕРӘ БУЙҘАРЫНДА МАТУР БАЙРАМ

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау һәм йәйге осорҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһе быйыл Яңы Усман ауылында үтте. Кәңәшмәгә яңы усмандар бик дәррәү, ихлас әҙерләнгәндәр.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау һәм йәйге осорҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһе быйыл Яңы Усман ауылында үтте. Кәңәшмәгә яңы усмандар бик дәррәү, ихлас әҙерләнгәндәр.

Төрлө күңел асыу саралары ла ҡаралған ине: ат сабышы, уҡ атыу ярышы, «Ылаҡ» уйыны. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренең һөҙөмтәләре буйынса «Сәйәхов» (етәксеһе Фәнис Сәйәхов) крәҫтиәнфермер хужалығына етеүсе булманы. «Билалов» (етәксеһе Айҙар Билалов) фермер хужалығы - икенсе, «Хәйбуллин» (етәксеһе Фәһим Хәйбуллин), «Сәйәхов» (етәксеһе Иштимер Сәйәхов), «Мәжитов» (етәксеһе Ниғмәт Мәжитов) фермер хужалыҡтары өсөнсө урынды бүлеште. Крәҫтиән - фермер хужалығында эшләүсе тиҫтәләгән механизаторҙарға, эшселәргә район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәнис Сәйәхов , Илшат Шаһимырҙанов, Шәрәфулла Ҡолһарин, Азат Мәжитов Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.

Йыйындарҙа ат ярыштары иң күңелле күренештер ул. Ат ярыштары өсөн майҙан да бик уңайлы әҙерләнгән. Әтектәр, һәр ваҡыттағыса, дәртлеләр - ярышҡа тиҫтәләгән ат алып килгәндәр. Ат ярыштарының алыштырғыһыҙ комментаторы Шәфҡәт Мәзитовтың бәйгене шаярыу ҡатыш алып барыуы кәйефтәрҙе күтәреп, бәйгене тотош байрамға әйләндереүгә өлөш индерҙе.

3 йәшкә тиклемге аттар ярышы һөҙөмтәләре буйынса 1-се урында – Ислам Баймөхәмәтов (Әтек), 2-се урында – Ғәҙел Ишҡолов (Байғаҙы), 3-сө урында – Инсаф Фәйзуллин (Әтек). Өлкән аттар ярышы һөҙөмтәләре буйынса Фидан Мәжитовтың (Яңы Усман) атына етеүсе булманы. Еңеүсегә Бейембәтов Айнур Илгиз улының шәхси бүләге – сергетыш тапшырылды.

Рәмис Бикбулатов (Яңы Усман) икенсе урында булһа, Ғәҙел Ишҡолов (Байғаҙы) аты менән финиш һыҙығын өсөнсө булып үтте.

«Бәйге» ярышында Фидан Мәжитов аты менән 6 саҡырым арауыҡты беренсе үтһә, Инсур Баймөхәмәтов менән Риф Нурутҡолов икенсе, өсөнсө булдылар. Бәйгеселәргә маҡтау ҡағыҙҙарынан тыш, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары берлектә әҙерләгән махсус бүләктәр тапшырылды.

Уҡ атыу ярышында Бөрйәнебеҙҙең данлыҡлы уғатарҙары Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндар беренсе һәм икенсе, Илдар Ишморатов өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын - ҡыҙҙар араһында Әлиә Ишморатова 1-се, Нурзиә Ғәлиева 2-се, Альбина Ырыҫҡолова 3-сө урын алды. Алыҫлыҡҡа атыу буйынса ла ағалы-ҡустылы Салауат менән Сынбулат Юлбирҙиндарға етеүсе булманы.

Илһам Сәфәрғәлин да ҡалышманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Ишморатова, Айгөл Муллағолова, Альбина Ырыҫҡолова иң алыҫ атыусылар булдылар. Мәргән уҡсыларға А.Бейембәтовты ң шәхси бүләктәре һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы әҙерләгән эстәлекле буклеттар тапшырылды.

Йылдан-йыл танылыу ала барған «Ылаҡ» уйыны ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләү кампанияһы алдынан матур ял итеп, бәйгеләр, концерт ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.

Читайте нас: