Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Июнь 2020, 19:03

БЕШӘКЕЛӘ ҠЫМЫҘ БЕШЕЛӘ

Бынау ҡурып алып барған эҫелә Бешәке йәйләүенән ҡымыҙ алып, боронғо ата-бабаларыбыҙса күләгәлә ҡымыҙ эсеп ятыуҙан да уңайы юҡ!

Бынау ҡурып алып барған эҫелә Бешәке йәйләүенән ҡымыҙ алып, боронғо ата-бабаларыбыҙса күләгәлә ҡымыҙ эсеп ятыуҙан да уңайы юҡ!
Яуымбай уҙаманы, фермер Фәһим Хәйбуллиндың ҡымыҙ йәйләүе быйыл да тәбиғәттең иң матур урынында йәйләй – эргәлә бағыр-бәрҙеле теш сатнатыр һыулы Бешәке, уңда – Элгеләү теҙмәләре, ҡасҡы Йосоп алтын-көмөшөн йәшергән Ташһандыҡ ҡаяһы аҫтындағы тау бите, йәмле Бешәке буйҙары... Хас әкиәттәгесә: ҡолондары сырҡырай, бейәләре кешенләй, айғырҙары беҙҙе - сит-ятты күреп, ҡолағын ҡайсылап ризаһыҙлыҡ белдереп, һырт ҡуя.
Яуымбайҙан заман “тимер ат”ында йөрөп эшләүсе бейә һауыусылар Альбина Хәйбуллина менән Рәмзиә Ҡарасурина яңы ғына йәйге йорттоң ишеген шарран-яра асып ебәреүгә, ҙур көбөләрҙә әсеүе етеп ултырған кисәге ҡымыҙҙың ҡырҡыу еҫе танауға килеп тә бәрелде. Аҡ халаттарын кейеп, беләктәренә күнәсектәрен аҫып, һауынсылар иртәнге һауынға ашыға. - Йәйләүгә 9 июндә генә сыҡтыҡ. Былтыр 28 майҙа 30 баш бейә бәйләгән булһаҡ, быйыл, ҡарт бейәләрҙе тотоноу сәбәпле, әлегә 16 баш ҡына һауын бейәбеҙ бар. Яҙ башынан 1-2 ҡолондо бүре ашаны, береһе аяғын имгәтеп ята. Мал ҡазаланмай тормай – былтыр көҙ бүре бер көндә ете ҡолондо тәләфләне.
Йылҡыларҙы Вилдан Вәлиев көтә. Беҙ Рәмзиә менән бейәләрҙе әлегә көнөнә дүрт тапҡыр һауабыҙ. Ҡымыҙ һораусылар күп, хатта өлгөртөп булмай. Көндәлек һауым әлегә 4 0 - 5 0 литр тирәһе, ҡолонлаясаҡ бейәләр бар. Литр ярымлыҡ пластик шешәләрҙәге ҡымыҙҙы 200 һумдан һатабыҙ. Туйға, юбилейҙарға әле заказдар алмай торабыҙ - күмәртәләп бер кешегә биреп ебәрһәң, башҡаларға ҡалмай, ә ҡымыҙ һораусылар артҡандан-арта, - ти Альбина Зәкир ҡыҙы.
Эйе, бынау тажвирус арҡаһында быйыл сит илдәргә йөрөү тыйылып торғас, үҙҡурсаланыуҙан зарыҡҡан бик күптәр “тимер ат”ының башын Бөрйән яҡтарына борҙо, тиһәң дә хата булмаҫ. Үҙебеҙҙекеләр ҙә, ситтәр ҙә башҡорттоң данлыҡлы һәм шифалы милли эсемлеген – ҡымыҙын көҫәй. Бешеп кенә өлгөр! Мәһәҙей ҡыҙҙары – Яуымбай килендәре Альбина менән Рәмзиәнең ҡулдары ғына талмаһын да ҡолон-бейәләр һау булһын!
Читайте нас: