Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Май 2020, 13:40

БӘПКӘ-СЕБЕШТӘРҘЕ ТӘРБИӘЛӘҮ

Ҡош-ҡорт үрсетеү миҙгеле башланыу менән үҙәк баҙар төрлө тарафтарҙан һатыуға алып килгән бәпкә-себештәр менән тула. Күптәрҙә уларҙы нисек юғалтыуҙарһыҙ үҫтерергә тигән һорау тыуа.

Ҡош-ҡорт үрсетеү миҙгеле башланыу менән үҙәк баҙар төрлө тарафтарҙан һатыуға алып килгән бәпкә-себештәр менән тула. Күптәрҙә уларҙы нисек юғалтыуҙарһыҙ үҫтерергә тигән һорау тыуа.
Иң беренсе шарт – бинала оптималь микроклиматты һаҡлау. 25-28 градус даими температура, аҫтарын ҡоро тотоу, һыуҙан өҙмәү бик мөһим. Ҡош яҡшы үҫешһен өсөн, аҙыҡҡа А, В, С витаминдары, балыҡ майы өҫтәү фарыз. Әгәр старт комбикормаһы булмаһа, аҙыҡҡа “Солнышко” премиксы өҫтәлә. Унда себештең үҫеүе өсөн бөтә кәрәкле макро- һәм микроэлементтар бар.
Һатырға килтерелгән себештәр төрлө вирус һәм бактериялы ауырыуҙарға прививкаланған булырға тейеш - был мөһим талап.
Баҙарға бәпкә-себештәр менән һатыуға килгәндәрҙең барыһының да ҡулында прививка эшләнеүе, ветеринар тикшереү үтеүе тураһында оҙатыу йәки рөхсәт ҡағыҙы була. Ошоға тиклем барыһының да документтары ҡуйылған талаптарға яуап бирҙе. Әммә ваҡ предприятиеларҙың, бәпкә-себештәренә тейешле прививкалар эшләмәй, алдап һатыу осраҡтары ла бар. Документтар теүәл булғас, тәү ҡарауға һап-һау күренгән себештәргә прививка эшләнеү-эшләнмәүен билдәләү мөмкин түгел.
Ҡоштар араһында йыш осраған инфекцион ауырыу - пастереллез. Уның клиник билдәләре: ҡоштарҙың температураһы юғары була, хәлһеҙләнәләр, кикеректәре, алҡалары күгәрә, ауыр тын алалар, ашамайҙар, ауыҙҙарынан күперек сыға, тиҙәктәре һары-йәшел төҫкә әйләнә, ҡан ҡатыш була. Ике-өс көн ауырығандан һуң, ҡоштар үлә. Ауырыу ҡоштарҙы дауалағанда антибиотиктар ҡулланыла: 1 мл. фармазинды йәки энронитты бер литр һыуға болғап, 3 көн эсерергә.
Инвазион ауырыуҙарҙан иң таралғаны – аскаридоз, кокцидиоз. Ауырыған себештәрҙең ҡанаттары һәленеп төшә, күҙҙәре йомола, муйындарын һуҙалар, эстәре китә, аппетиттары юғала, аяҡтары ҡалтырай һәм себештәр ябығып үлә. Дауалау өсөн антигельминтиктар ҡулланыла: 5 грамм альбен, пиперазин, ампролиумды аҙыҡтарына болғап, 5 көн эсерергә. Был препараттарҙы беҙҙең ветеринар дарыуханала һатып алырға була.
Бәпкә, себештәрҙе тәрбиәләү буйынса һорауҙар булһа, район ветстанцияһына шылтыратығыҙ, кәңәштәр бирербеҙ. Ҡош-ҡорттарығыҙ ауырымаһын, сәләмәт булып, һеҙҙе сифатлы ит менән һөйөндөрһөн.
Читайте нас: