Быйылғы яҙҙа районда 660 гектар ерҙә бөртөклө культуралар сәсеү ҡаралған. Шул иҫәптән 170 гектар ерҙә бойҙай, 100 гектарҙа – арпа, ҡалған майҙанға һоло сәселәсәк.
Ер ҡарҙан әрселеү менән баҫыу эштәре лә әүҙемләшә.
- Быйылғы яҙҙа районда 660 гектар ерҙә бөртөклө культуралар сәсеү ҡаралған. Шул иҫәптән 170 гектар ерҙә бойҙай, 100 гектарҙа – арпа, ҡалған майҙанға һоло сәселәсәк. Баҫыуҙарға 14 тонна минераль ашламалар индереләсәк, тәғәйен алғанда, тупраҡ торошона ҡарап, 10 тонна мочевина, 4 тонна ҡатнаш минераль ашламалар, – тине «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге»нең баш агрономы Ф. Вәлиев.
Мораҙым ауылындағы «Ғәлин Әхтәр» крәҫтиән фермер хужалығы тәүгеләрҙән булып баҫыуға сыҡты. Сәсеүгә төшкәндәрҙең кәйефе күтәренке. Сөнки улар киләһе уңышҡа нигеҙ һалырға йыйына. Әле ерҙе тырматып бөтөп, бойҙай сәсергә әҙерләнеп йөрөйҙәр. Һоло ла сәсәсәктәр. Һауа торошоноң боҙолоп тороуы эште ихласлап башлауға ҡамасаулаһа ла, баҫыуҙарҙа эш ҡайнай. Үҫкән уңышты мал тапамаһын тип, эшселәрҙең байтағы баҫыу кәртәләү менән мәшғүл.
- Һуңғы йылдарҙа фермерҙар, шәхси хужалыҡтар һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртеүгә, файҙаланыуға иғтибарҙы арттыра төштөләр. Сәсеү структураһында иген, бер, күп йыллыҡ үлән майҙандары арта бара, – ти «Ишембай» агрохимик хеҙмәте станцияһының баш белгесе Гәрәй Мөхәмәтйәнов. - Ерҙе эшкәртеү, сәсеү технологияһын теүәл үтәгәндә, уңыш күпкә яҡшыра. Сәсеү срогын дөрөҫ билдәләүҙән тыш, баҫыуҙарға минераль ашламалар индереү ҙә ҙур роль уйнай.
Ерҙән күпме алаһың, шунса кире бирергә кәрәк. Минераль ашламаларҙы дөрөҫ дозала сығарыу һәр яландың агрохимик күрһәткестәренә, картограммаларға нигеҙләнеп башҡарыу шарт. Был агрохимик күрһәткестәр биш йылға бер үткәрелеп тора.
- Һуңғы йылдарҙа, финанс ауырлыҡтарына ҡарамай, фермер, шәхси хужалыҡтар араһында минераль ашлама алыусылар күбәйҙе. Әлбиттә, минераль ашламалар ҡулланғас, уларҙың уңыштары ла һиҙелерлек арта, – ти Г. Мөхәмәтйәнов.
- Быйылғы йылда ла бойҙай, һоло, арпа сәсергә иҫәп тотабыҙ. Орлоҡтар әҙер, минераль ашламалар алынған. Ашламаларҙы сәскестәр ярҙамында кертәбеҙ. Бойҙайҙың супер элита төрөн - «Ватан» тигәнен алғанбыҙ. Бойҙай үҙе ваҡ булһа ла, һаламы мал өсөн һәйбәт. Уңыштың бөтөн яҡтан файҙаһын күрергә тырышабыҙ. Орлоҡ иләгестәр иҫке булғас, йыл һайын сәсеүгә орлоҡтарҙы ҡырҙан алырға тура килә. Әлеге ваҡытта сәсеү эштәрен башламағанбыҙ. Баҫыуҙың күпләп һыу йыйылған урындарында ер бата. Ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн баҫыу кәртәләү менән булышабыҙ. Теләп эшләһәң, эш бара, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште районда сәсеү, баҫыу эштәрендә алдынғылыҡты бирмәгән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәнис Сәйәхов та.
Эйе, игенсе өсөн үтә тынғыһыҙ, “һабанда һайрашыр” мәл етте. Баҫыу эшсәндәренә эштәрендә ыңғайлыҡ теләйек.