Ҡырсылыҡ тармағында ерҙәрҙе файҙаланыу төп күрһәткес булып тора. Һуңғы йылдарҙа фермерҙар, шәхси хужалыҡтар һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртеүгә, файҙаланыуға иғтибарҙы арттыра төштөләр. Сәсеү структураһында иген, бер, күп йыллыҡ үләндәр майҙандары арта бара.
Механизаторҙар тарафынан агротехник талаптарҙың, ер эшкәртеү һәм сәсеү технологияһының теүәл үтәлеүе уңыштың нигеҙе булып тора.
Мал аҙығы рационында тейешле аҙыҡ берәмеге алыу өсөн сәсеү әйләнешендә бер йыллыҡ үләндәр – борсаҡ, вика, һоло, суданка үләне, күп йыллыҡ үләндәр – костер, люцерна, туҡранбаш (клевер), кәзә үләне тәҡдим ителә.
Күп йыллыҡ үләндәр – костер, люцерна йәки туҡранбаш ҡатнашмаһында, сәсеү нормаһының 60-70 проценты, йәғни гектарына 13-14 кг, люцерна, туҡранбаш 12-13 кг, 150-180 кг һоло ҡатнашмаһына ҡушып сәселә.
Үләндәрҙең айырым үҙен генә сәскәндә тулы сәсеү нормаһынан 10-15 процентҡа кәметелә.
Быйылғы йылда хужалыҡтарҙа суданка үләне сәсеү планлаштырыла. Суданка үләне ҡоролоҡҡа ҡаршы тороусан, юғары уңышлы, 2-3 мәртәбә сабып алына, йылдың нисек килеүенә ҡарап, бесәнгә йәки сенажға файҙаланырға була. Суданка үләне бик үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора.
Айырыуса сәсеү срогын дөрөҫ билдәләү мөһим. Тупраҡтың сәсеү тәрәнлегенең йылылығы 14-16 градус булырға тейеш. Йәғни һауа температураһының йылылығы 16-20 градус булғанда сәсергә кәрәк – был май айының 3-сө декадаһына тура килә. Сәсеү тәрәнлеге - 4-6 см, йыл ҡоро килһә, 6-7 см тәрәнлектә сәселә.
Сәсеү алдынан ике мәртәбә культивация үткәрелә, беренсеһе 8-10 см тәрәнлектә, икенсеһе – 5-6 см. Шулай уҡ сәсеү алдынан һәм сәскәндән һуң катоклау кәрәк.
Катоклағандан һуң орлоҡтар тигеҙ рәткә һәм тәрәнлеккә һалына, бындай алым үлән орлоҡтарының үтә ваҡ булыуын иҫәпкә алып ҡулланыла.
Минераль ашламалар ауыл хужалығы үҫемлектәренең уңышын, тупраҡтың структураһын яҡшырта, туҡлыҡлы матдәләрҙе баланста тотоуҙа ҙур роль уйнай.
Минераль ашламаларҙы дөрөҫ дозала сығарыу һәр яландың агрохимик күрһәткестәренә, картограммаларға нигеҙләнеп башҡарыла.
Район шарттарында, уртаса алғанда, тәьҫир итеү көсө менән һәр гектарға 30-32 кг, физик көстә 65-80 кг тура килә.
Һуңғы йылдарҙа, финанс ауырлыҡтарға ҡарамай, минераль ашламалар, бигерәк тә азот ашламаһы (карбомид) алыусылар күбәйә бара. Быйылға 8 тонна карбомид, 5 тонна нитроаммофос ашламаһы алынды.
Яҙғы осорҙа сабынлыҡтар, күп йыллыҡ үлән майҙандары азотҡа ҡытлыҡ кисерә, тупраҡтағы азотты файҙалана алмайҙар, был осорҙа тупраҡтағы азот тургор хәлендә була һәм профиль буйынса түбәнгә төшә. Шуның өсөн дә үҫемлектәрҙе иртә яҙҙан азот менән туҡландырыу талап ителә. Ашламалар сәскестәр ярҙамында керетелә.
Хужалыҡтар буйынса ауыл хужалығы тәғәйенләнешенә ингән сәсеүлек майҙандарына 2019 йылдың йәй айында X тур агрохимик тикшереүҙәр үтте. Алынған тупраҡтар тулыһынса анализдан үтеп, быйыл апрель айы башында документтарҙы, картограммаларҙы ебәрҙеләр. Хужалыҡ етәкселәренә райондың “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”-нең, агрономдар бүлмәһенән барып алырға кәрәк.