Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Апрель 2020, 12:00

ҠОРТТАРҘЫ СЫҒАРЫП УЛТЫРТҠАС, НИСЕК ҠАРАРҒА?

Күстең көсө оя ҙурлығына тап киләме икәнен белеү өсөн, йылытҡысты алып, ситке рамдарҙы шылдыралар һәм нисә рамды ҡорттар тығыҙ итеп һырып алған икәнен ҡарайҙар.

Күстең көсө оя ҙурлығына тап киләме икәнен белеү өсөн, йылытҡысты алып, ситке рамдарҙы шылдыралар һәм нисә рамды ҡорттар тығыҙ итеп һырып алған икәнен ҡарайҙар.
Сикләү таҡтаһын (диафрагманы) ҡортло рам эргәһенә ҡуйғас, ҡортһоҙ рамдарҙы ситкә шылдыралар, йәғни ояны ҡыҫҡарталар.
Балы булыу-булмауын ситке ике рамды алып ҡарап беләләр. Әгәр уларҙа бал булмаһа, балы йылытылған 1-2 тулы рамды ояның ике яҡ ситенә ҡуялар. Бал юҡ икән, канди бирергә кәрәк (1 килограмы 1 – 1,5 айға етә). Ояла ҡатҡан, әсегән, ҡорт тиҙәге менән бысранған балды ҡалдырырға ярамай. Был осорҙа шәкәр сиробын да бирергә тырышмағыҙ, сөнки ҡорттар нектар эҙләп оянан ситкә осорға мәжбүр буласаҡ һәм күпләп һәләк буласаҡ.
Инә ҡорттоң барлығын ныҡлап ҡарарға кәрәк. Йомортҡалар күренмәгән, йә иһә булғаны ла көпләнгән хәлдә икән, бындай ояларҙы яҡын арала тикшерергә кәрәк.
Яҙын тәүге ҡараған саҡта оло инәле, көсһөҙ күстәрҙә, шулай уҡ көҙҙән күпләп шәкәр сиробы ашатылған һәм һитәһе булмаған күстәрҙә йомортҡалар булмай. Бындай ғаиләләрҙе бүтәненә ҡушырға, таратырға ашыҡмағыҙ! Йомортҡа булмау инә юҡ тигәнде аңлатмай. Ҡайһы бер күстәрҙә үрсеү инстинкты һуңлап уяна. Был ғаиләләрҙе, үҫешергә шарттар булдырып, 6 – 10 көнгә үҙ яйына ҡалдырығыҙ. Шул ваҡыттан һуң да инә йомортҡа һала башламай икән, нуклеустан инә алып, бындай инәне алмаштырырға кәрәк. Инә ҡорт булмаһа, уртаса көслө, инәле башҡа күскә ҡушығыҙ. Ике көсһөҙ күсте ҡушыуҙан файҙа юҡ.
Көн ярайһы һыуытып ебәргәндә тәүге ҡарау ваҡытында аҙыҡ барлығын ғына тикшерәләр һәм ояны өҫтән, эргәнән ныҡлап йылыталар. Шулай итеп, беренсе кисектергеһеҙ эштәр башҡарылғас, көслөлөгө, йомортҡаларының күләме һәм сифаты, инәһе булыуы, булһа ниндәй сифатта булыуы, аҙығы етеү-етмәүе буйынса һәр күстең хәле асыҡ күренә.
Читайте нас: