Сер түгел, бөгөн йәштәр күпләп ҡалаға китә. Уларға ла был аҙымын аҡларға ҙур һәм етди сәбәп бар – ауылдарҙа эш юҡ. Был “юҡ” рәсми рәүештә асылған эш урындарына ҡағыла, ә , былай, ауыл кешеһенең, мал көткән крәҫтиәндең иркенләп тын алырға ла ваҡыты юҡ.
Йәштәр дәртле, дарманлы – улар китер ҙә башҡа яҡта эш табыр, ғаилә ҡороп нығыныр. Ә бына беҙҙең ауылдарҙа кем ҡалыр? Хәҙер ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең дә һәптеюғы һыйыр көтмәй, бесән сапмай, ҡош-ҡорт үрсетеүҙе лә үҙен аҡламай торған кәсеп, тип бара.
Ерҙәребеҙҙе ҡый баҫты, ҡасандыр кәбән-кәбән бесән биргән сабынлыҡтарға сауҡа, бешә үҫеп бөттө – улар урманға әйләнеп бара.
Магазиндарҙан һөтөн, кишерен, сөгөлдөрөн, картуфын алабыҙ. Уларҙы ниндәй ерҙә нимә һибеп, нимә менән ерен ашлап кем үҫтергән, ҡайҙан килгән ул йәшелсә-емеш - уйлап та ҡарамайбыҙ.
Сумка–пакет тултырып сүп-сарын да (хәҙер реклама өсөн ниндәй ҡап-һауыттар етештермәйҙәр) алып ҡайтабыҙ. Ни ашағанды, ни эскәнде белгән юҡ -
килде бит бер заман!
Әле ит бар баҙарҙа, тип ҡыуанабыҙ, тик мал токтан һуҡтырылғас- шаңҡытылғас, алам тиһәң, ул да харам. Ни уйлайбыҙ, халҡыбыҙ ни эшләр, ҡайҙа бара
был тормош?
Еребеҙҙе йәтим итмәйек, әйҙә, уға ҡайтайыҡ. Ергә эйелгән бирешмәҫ, ерен һөйгән – көн күргән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.