Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Декабрь 2019, 16:00

ҠЫПСАҠТА ХӘЛӘЛ РИЗЫҠ ЕТЕШТЕРЕЛӘ

Әбделмәмбәттә “Ҡыпсаҡ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (СПоК) үҙ эшен башланы. Райондағы тәүге СПоК тиҙҙән халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән билмән һәм һалма продукциялары менән ҡыуандырасаҡ.

Әбделмәмбәттә “Ҡыпсаҡ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы (СПоК) үҙ эшен башланы. Райондағы тәүге СПоК тиҙҙән халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән билмән һәм һалма продукциялары менән ҡыуандырасаҡ. Был матур башланғыстың ойоштороусылары - Нур Усманов һәм Ринат Сәйфетдинов.
Хәҙерге заман шарттарында СПоК ойоштороу ауыл эшсәндәренә үҙҙәренең хужалыҡтарын кәрәкле етештереү ҡорамалдары менән тәьмин итеү, хужалыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен яҡшыртыу өсөн отошло. Уның маҡсаты - ауыл халҡына эш урындары булдырыу, йәшәү кимәлен күтәреү.
Һәр яңы нәмә онотолған иҫке нәмә, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Кооператив ойоштороу үҙенә күрә онотолған күмәк хужалыҡты тергеҙеү менән бер кеүегерәк.
Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы эшләп килә. Белгестәр аңлатыуынса, программала ҡатнашыу өсөн инициатив төркөм булдырып, ауыл хужалығы йүнәлешендә бер эшмәкәрлекте һайлап, конкурста ҡатнашырға документтар йыйып тапшырырға тейеш. Тәүге этапты үткәндәр, кооператив булараҡ, икенсе этапта грантҡа дәғүә итә ала. Республика 3 млн. һумға тиклем кире ҡайтармай торған финанс ярҙам күрһәтә. Ә кооператив һоралған сумманың 10 процентын һалырға бурыслы.
Магазиндарҙа урындағы етештерелгән аҙыҡ-түлек һатылһа, халыҡ, әлбиттә, алыр ине, сөнки хәҙер халыҡтың күп өлөшө экологик таҙа һәм тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Тимәк, үҙ ихатаңда етештергән ит-һөттө, йәшелсә-емеште, кооператив төҙөп, уның буйынса эшкәртеп, тауар торошона килтереп һатып, аҡса эшләү мөмкинлеге бар.
Үткән йылда ҡыпсаҡтар килемде ҡайтарыу проектында (доходогенерирующий проект) ҡатнашып, яңы ҡорамалдар өсөн финанс ярҙамы алып, эш башларға йөрьәт итәләр.
Материалдың тулыраҡ вариантын "Таң" гәзитенең 20 декабрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: