Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Ноябрь 2019, 16:00

БӨРЙӘН ҠОРТСОЛАРЫ КӘҢӘШМӘҺЕ

14 ноябрҙә район хакимиәтенең акттар залында районда ҡортсолоҡто үҫтереү, бөрйән ҡорттарын метизациянан һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә ғилми-тикшеренеү тармағы вәкилдәре, ғалимдар, ҡортсолоҡ буйынса белгестәр ҡатнашты.

Кәңәшмә алдынан ҡатнашыусыларға “Ауыл иртәһе” программаһының Бөрйән районында төшөрөлгән солоҡ балы тураһындағы видеояҙмаһы күрһәтелде.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов һөйләшеү 2019 йылға һөҙөмтәләр, ниндәй проблемалар барлыҡҡа килгәнлеге, уларҙы хәл итеү өсөн нимәләр башҡарылыуы, киләсәккә ниндәй пландар ҡуйылыуы тураһында барасағын билдәләне.
«Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы директоры М. Косарев, 2019 йылға йомғаҡ яһап, ҡурсаулыҡ биләмәһендәге бал ҡорттарының хәл-торошо, метизацияның көсәйеүе тураһында һөйләне, киләсәккә ситтән бал ҡорттарын индереүҙе туҡтатыу, репродукция менән шөғөлләнеү, ошо өлкәлә шөғөлләнгән ғилми хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү, кооперативтың йыйылып эшләүен күҙ уңында тотоу кәрәк, тигән һығымталар яһаны.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 ноябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: