Брәтәк уҙаманы, КФХ етәксеһе Рәмзил Йәғәфәров хаҡында ғына әйтелгән төҫлө был мәҡәл.
Хәләле Айгөл Ишҡыуат ҡыҙы менән өс балаларын – Рушанды, Әминәне, Рәсимде матур итеп тәрбиәләп, уларға өй йылыһын, берҙәм ғаилә мөнәсәбәттәрен генә һеңдереп ҡалмай, заманға яраҡлашып, матур һәм лайыҡлы итеп йәшәргә лә тырышып ятҡан көндәре. 2011 йылда КФХ асып ебәргән Рәмзил, бөгөн йылҡылары 50 баштан артыҡ.
- Бесәнде етәрлек эшләп алдым. Былтыр, элекке йыл ҡымыҙ етештереп тә һаттыҡ. Ҡуртымға 20 гектар сабынлыҡ алғанмын, үҙебеҙҙән 22 саҡырым алыҫта – Белорет районы биләмәһендә лә бесән эшләйем. Өс МТЗ тракторым, бер “Урал” машинам бар, бесән эшләргә бер эшсе, атайым, Фәнзил ағай ярҙам итә. Аттар әлегә урманда – Хоҙай ҡулында, шөкөр, бүре-ғара теймәй әле. Айыу, былай, баҡса эргәһенә килгеләштереп китә. Ауыл ерендә лә, тырышһаң, һәйбәт йәшәргә була – елкәң генә ҡалын булһын, - ти Рәмзил.
Эйе, эш юҡ, тип урамда сәғәттәр буйы сүбәк сәйнәп торғаны ла, өҫтөнә өйөлгән эштәр сылбырынан арына алмай, сәсәп-йығылып донъя көткәне лә бар кешенең.
Брәтәк уңғаны Рәмзил – егәрле һәм тырыштар иҫәбендә.