7 ноябрҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҙур сара үтеп, унда ошо тармаҡта ал-ял белмәй тир түгеүселәр тәбрикләнде – ер кешеһенә, баҫыуҙа, фермала тырышып эшләгән, илдең билен нығытыусы, беҙҙе ризыҡлы итеүсе крәҫтиәнгә мәҙхиә йырланды.
Тармаҡ уңғандарын район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов , БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Ә. Ишемғолов, район Советы рәйесе Т. Кинйәбаев, бөтә ғүмерен ауыл хужалығына хеҙмәт итеүгә бағышлаған хеҙмәт ветераны Ә. Бикбулатовтар ҡотланы.
Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов бер төркөм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә муниципаль район Советының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Сара мул һыйлы табын артында ихлас әңгәмә ҡороу, район мәҙәниәт йорто әртистәренең йырлы-моңло күстәнәстәренән ауыҙ итеү менән тамамланды.
Кемдәрҙең БР Ауыл хужалығы министрлығының һәм район Советының Почет грамоталары менән бүләкләнеүен белергә теләһәгеҙ, "Таң" гәзитенең 12 ноябрь һанынан уҡығыҙ.