“Хәйбуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәһим Хәйбуллин Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Фәһим Хәйбуллин 2004 йылдан алып крәҫтиән-фермер хужалығын алып бара. Нигеҙҙә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.
- 80 баш йылҡы малы тотам. Бешәке буйындағы йәйләүҙә ҡымыҙ эше менән ҡатыным Альбина булыша. Уның ике ярҙамсыһы бар. Ҡымыҙҙы етештереп өлгөрмәйҙәр, алып бөтөп кенә торалар.
Бүреләрҙең күп булыуы ғына бәкәлгә һуға. Йәйге-көҙгө осорҙа ғына 20 баш ҡолондо алып ҡалдылар.
Аттарҙы Х. Маликов ҡарай. Бик яуаплы, тырыш хеҙмәткәр ул. 2018 йылда Башҡортостан республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә эшләгән ойошмалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында уҙғарылған ярышта “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында еңеү яуланы. Р. Нурғәлин менән А. Хәйбуллин – механизаторҙар. Быйыл комбайнды ла яңыртып алдыҡ.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 5 ноябрь һанынан уҡығыҙ.