Яуымбай ауылының инде аҡһаҡалдар йәшенә еткән ир-уҙаманы, заманында “Ағиҙел” колхозының алдынғы шоферҙарының береһе булған, техникаға йәне-тәне менән бирелгән Билалов Кәрим Юныс улын районда белмәгән кеше һирәктер.
- 1965 йылдан руль артына ултырҙым. “Ағиҙел” колхозының алама ғына ГАЗ- 51 машинаһын бирҙеләр. Ремонтлап алдым. Икенсе машинам ГАЗ-52 булды. Уның менән дә байтаҡ юл үтелде инде. ГАЗ-53-тә йөрөп, шуның менән хаҡлы ялға сығып киттем. Ҡышҡыһын аҡ ҡар өҫтөндә көндәр буйы машина ремонтлап күп ятылды. Ныҡ һыуыҡта машинаны йылытып, ҡабыҙып китеү үҙе бер бәлә була торғайны. Ҡайҙа ул заман хәҙерге кеүек пульт менән асылып-ябылмалы йылы гараждар – машина йылытыуға ғына бер-ике сәғәт ваҡыт китә ине. Ҡайнатып һыуын ҡойор, төнөн уны түгер кәрәк. Иртәнсәк паяльник менән аҫтан картерҙы йылытаһың – маҙаһы күп булды инде, хәҙер һөйләргә генә ҡалды, - ти. Кәрим Билалов.