Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Август 2019, 11:02

Иген дә, һалам да кәрәк

Ураҡ өҫтө. Крәҫтиәнгә сәскән игенен сабып, һуғып алыу шарт. Ялҡытҡыс ямғырҙарҙан һуң биргән аяҙҙың һәр көнөн генә түгел, сәғәтен файҙаланып ҡалмаҡсы ер кешеһе. Ер бит ҡара тирең тамһа ғына гәрәбәләй алтынын – икмәген биреүсән.

Ураҡ өҫтө. Крәҫтиәнгә сәскән игенен сабып, һуғып алыу шарт. Ялҡытҡыс ямғырҙарҙан һуң биргән аяҙҙың һәр көнөн генә түгел, сәғәтен файҙаланып ҡалмаҡсы ер кешеһе. Ер бит ҡара тирең тамһа ғына гәрәбәләй алтынын – икмәген биреүсән.
Ана, Мораҙым фермеры Әхтәр Ғәлин да ҡара таңдан эшкә егелгән. Әлдә уның бар яҡтан терәк булып, эшен теүәлләшеп йөрөүсе атаһы – Әхмәт ағай бар - ысыҡ кипкәнсе, тау аша күрше Мәһәҙейгә барып, һуҡҡан игененең тоғон бишәр йөҙ һумдан һата һалып та килгән.
Бөтә ғүмере техника менән бәйле атаҡлы комбайнсы Хәләф ағай Хафизовты яллағандар иген урыуға – ундай шәп ир-уҙаман барҙа урыр игенең, ялтыраған көнө генә булһын!
- Ауыл зыяраты эргәһендәге Ауыл яланындағы 20 гектар майҙанға бойҙай сәскәнбеҙ. Әпкәләге 30 га майҙанда һолоно ураһы бар. Ҡырын һырты, йәғни Уҫаҡморондағы 5 га ергә лә һоло сәселгән. Шөкөр, комбайн үҙебеҙҙеке, көнө генә булыуы шарт, - ти эшкә лә, һүҙгә лә шәп Әхмәт ағай.
Әхтәр Ғәлиндың хужалығында ҡолондары менән 50 баш йылҡы иҫәпләнә. Бесәнде лә, үҙҙәре әйтмешләй, барынса эшләп алғандар – 240 төргәктәре бар.
- Игенде юғалтмай, урып алһаҡ, ҡыш сығырбыҙ. Бесәнде Фәрит һәм Мәүлит Әминев ҡустылар ярҙамында эшләп алдыҡ. Бынан һалам төргәктәре 200-ләп сыҡһа, бик һәйбәт булыр ине. Кеше һалам, бесән һорай. Игенде һата башланыҡ, бойҙайҙың бер бункерын Байназарға алып барып һаттым.
Әпкә яланына КФХ етәксеһе Фидаил Моратшин менән кеше яллап, комбайн үтерлек юл эшләттек. Тулыбаев Рәмил хәҙрәт бик һәйбәт итеп эшләп бирҙе. Ошондай эштәрҙә кеше тарҡау беҙҙә, берҙәмлек юҡ. Бына ошо яланды ла кәртәләп ҡарайбыҙ, емерә тибә лә китәләр. Быйыл, шөкөр, нисектер боҙмайҙар.
Миллион һумдан артыҡ грант бүленде, уға “Беларусь” тракторы, бесән төргәкләгес алдыҡ. Техникабыҙ етә, бөтәһендә лә үҙем йөрөйөм. Йылҡылар колхоздан ҡалған емерек һарайҙа тора. Ауылдағы ҡайһындай һарайҙы ликвидатор килеп һүттерҙе, уның терәк-таяуҙары ғына ҡалды. Исмаһам, теймәһәләр, беҙҙең кеүек берәй фермер һатып алып, файҙаһын күрер ине. Хужаһыҙлыҡ тигән хужа еңеп ала ла китә, - тип эш аралаш хәл-әхүәлдәрен, аһ-зарын да һөйләп өлгөрҙө Әхмәт ағай.
Эйе, ауыл кешеһенә ал да, ял да юҡ. Көнөн биреп, ҡара тиреңде түгеп көткән малыңды көйөшһөҙ итмәһә - үҙе шәп инде.
Мораҙымдағы Ә. Ғәлин КФХ-һында эштең уттай ҡыҙыу мәле. Сәскән игендәрен яуынға ҡалдырмай урып алырға, мәнфәғәттәренә тотонорға яҙһын – ошо ғына теләк!
Урып-йыйыу барышы
Район буйынса 87 гектар майҙанда (планға ҡарата 15%) ярауай культуралар урып-йыйылған. Гектарҙың уртаса ҡеүәте – 19 центнер. 131 га майҙандан бойҙай урыу планлаштырылһа, шуның 20 га майҙанында был культура урылған (15 %). 98 га майҙандағы арпаның 45 гектары урылған – был планға ҡарата 45 процент. 332 га майҙан тәшкил иткән һолоноң 32 гектарында урып-йыйыу эштәре башҡарылған (10%).
Читайте нас: