Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Август 2019, 12:00

Бесән эшләп буламы?

Беҙ үтеп барғанда Иҫке Аҡбулат ауылы янындағы сабынлыҡта өс кеше бесән эшләп йөрөй ине. Юл эргәһен ун йылдан артыҡ инде Ғәҙелгәрәй ауылынан Шәмсетдин Сәғитов саба икән. Ер тигеҙ, эргә-тирәлә аттар, һыйырҙар йөрөмәй.

- Бесәнде бер аҙна элек сабып ҡуйғайным. Ямғырҙар туҡтау менән, уңайлы мәлен табып, йыйырға сыҡтым. Бесән эшләшергә Өфөнән улым ҡайтты, ҡатыным да ярҙам итә. Аллаға шөкөр, техникам бар. Тракторымдың тағылма кәсилкәһе менән саптым, гәрәбилкә менән йыям. Бөгөн яумаһа, арбаға бер йөк тейәп ҡайтырға ниәтләйем, - ти Шәмсетдин ағай.
Малды ишле көтә хужа. Шуға был ғына бесән етмәй, тине. Шәмсетдин Вафир улы ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре булғас, шунан 2 гектар ер биргәндәр. Бынан тыш, пай ере лә бар. Уныһы быйыл йүнләп үҫмәгән. Әммә Шәмсетдин ағай борсолмай, тырышһаң, мал ас ҡалмай ул, тип йылмая.
Читайте нас: