Дөйөм хужалыҡтар тарҡалғас, бер аҙға ғына баҙап ҡалған халыҡ яйлап баҙар мөнәсәбәттәренә, үҙаллы аҡса эшләүгә өйрәнә – тормошҡа яраҡлаша бара. Йүнсел йүнен таба ул барыбер. Аҫҡар ауылында йәшәүсе Харрасовтар ҙа ошоға бер миҫал. Эш юҡ, тип ҡул ҡаушарып ултырмай улар – бал ҡорттары үрсетәләр. Урман ситендә генә урынлашҡан йорт биләмәләре лә был шөғөл өсөн бик уңай – тирә-яҡта йәшеллек, сәскәләр, ағастар.
Атайым Шәмсетдин ғүмере буйы малсылыҡта эшләне. Ат ҡараны. 4-5 кластан уҡ уға эйәреп йылҡы ҡараштым. Бейә һауыуҙа ла ярҙам иттем. Бикташта тотолдо малдар. Шунда уҡ хужалыҡтың умарталығы ла булды. Дауытов Хәсән бабай ҡараны ҡорттарҙы. Ҡыҙыҡһынып, буш ваҡытымда уға ла ярҙамлашып йөрөй торғайным. Армиянан ҡайтҡас та дауам иттем был эштәрҙе. Хәсән бабай ауылға йомош менән ҡайтып китһә, йылҡы ҡарап ятҡан мин уның умарталығына күҙ-ҡолаҡ булып ҡалам. Ул мәлдә үҙебеҙҙең умарта булманы.
Бер мәл колхоз бөтөп китте. Шунан, нисектер көн итер кәрәк бит инде, ҡорт ҡарау тураһында уйлана башланыҡ. Рәсимә ҡыҙыбыҙға Әйүп Йомағужин бабайы бер күс бүләк итте. Шунан башланды беҙҙең был шөғөл. Теге Хәсән бабайҙа алған тәжрибәне эшкә егергә тура килде. Шул йәйҙә үк ҡортобоҙ айырып, ҡышҡа икәү итеп яптыҡ. Ҡышты имен сыҡтылар. Шулай яйлап ишәйҙе. Бер мәл үҙем сирләп киткәс, ҡарау етмәй, күстәр ҙә кәмегәйне, йүнәлә төшкәс, тағы тотондом. Бөгөн 20 баш умартабыҙ бар. Үҙебеҙҙән артҡанын һатып та ебәрәбеҙ. Иш янына ҡуш инде.
Ҡышлауға икешәр ҡатлап өй баҙына ҡуябыҙ. Киләсәктә лә ошо 20 баштан кәметмәҫкә инде уй, - ти ғаилә башлығы Айҙар Шәмсетдин улы.
Эйе, бәрәкәтле ҡулда бол артып ҡына бара. Гөлнәзирә һеңлеһе менән Шәфҡәт кейәүенең улы Таңатарға бүләк иткән күс тә ҡотло булып сыҡҡан – уларҙың да ҡорттары ишәйеп, 20 башҡа етеп бара икән. “Кемгә бүләк итһәм дә, ишәйә лә китә, шөкөр”, - ти Айҙар ағай.
Был яҡта тәбиғәт сағыштырмаса ҡырыҫыраҡ булһа ла, уңғандар наҙлы бал ҡорттарынан табыш алыуҙы төп шөғөлдәрҙең береһе итеп алған ауылда. Эргәләге Башайҙағы, Юрматауҙағы йүкәлектән бал йыя ҡорттар.
Харрасовтарҙың өй яны баҡсаһы ла бында уңғандар йәшәүенә ишара. Уныһы, нигеҙҙә, хужабикә Нәсимәнең ҡул һәм күңел емеше. Август башында ла еләктәре бешеп ултыра, кәбеҫтәләре өлгөрөп килә. Башҡа йәшелсәләре лә бихисап. Һыйырының ағын да тамсыһына тиклем эш итә уңған ханым – уның көбөлә бешкән ойотҡандан яһаған тәмле ҡорото - шуға дәлил.
Ғаиләлә береһенән-береһе уңған өс ҡыҙ буй еткергән: Рәсимә, Нургөл, Миңһылыу. Рәсимә Өфө авиация-техник университетын тамамлап, баш ҡалала эшләй. Нургөл дә Өфөлә юрист һөнәрен үҙләштереп, шулай уҡ эшләп йөрөй. Кинйәбикәләре Миңһылыу БДУ-ла биотехнологиялар серен өйрәнә – быйыл 3-сө курсҡа барасаҡ.
Һыйыр, ат тоталар, ваҡ малдары ла бар Харрасовтарҙың.
- Шулай ҙа төп килем - балдан. Балаларҙы ла шул бал көсө менән уҡыттыҡ, - тиҙәр улар.