Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2019, 17:20

Быйыл бал нисек булды?

Әйүп Йомағужин был турала көндәлек алып бара.Быйыл яҙ менән йәй ҡырыҫыраҡ булды: яҙ һыуыҡ көндәре, ҡырауҙары менән аптыратһа, йәй башы ҡоро көндәре менән апһатты. Был нигеҙҙә мал көсө менән йәшәгән ауыл кешеләренең бәкәленә һуҡты – дым етмәгәс, үлән шыйыҡ, артыҡ буйға ла үҫә алманы.

Быйыл яҙ менән йәй ҡырыҫыраҡ булды: яҙ һыуыҡ көндәре, ҡырауҙары менән аптыратһа, йәй башы ҡоро көндәре менән апһатты. Был нигеҙҙә мал көсө менән йәшәгән ауыл кешеләренең бәкәленә һуҡты – дым етмәгәс, үлән шыйыҡ, артыҡ буйға ла үҫә алманы. Уның ҡарауы, йүкә гөрләп сәскә атты – аҙна-ун көн хатта еҫенән баш әйләнеп торҙо. Тимәк, бал була Бөрйәндә, тине халыҡ. Тик тирә-яҡта бал ҡорттары ҡырылыуы хаҡында саң һуғалар. Беҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр нисек? Бал бармы быйыл? Ошо һорауҙар менән Аҫҡар ауылында йәшәүсе билдәле ҡортсо Әйүп ағай Йомағужинға мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, ул 1999 йылдан һауа торошо, бал ҡорттары, балдың нисек булыуы хаҡында көндәлек алып бара.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6 август һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: