Бесән өҫтө. Мал тотҡан бөтә ғәмдең йән тәслимгә быйыл үҫмәгән, шыйыҡ үләнде сабып, торғоҙоп ҡалырға тырышҡан мәле. Аяҙ көндәрҙә ауылдарҙың бушап ҡалыуына ла ошо бесән генә сәбәпсе.
Ана бит, Яңы Усман уҙаманы Факил Мәжитов ҙур ғаиләһен ҡумжытып бесәнгә алып сыҡҡан: Себер тарафтарынан, Стәрленән килгән кейәүҙәре, бәләкәйҙән эш мәнеһен белеп үҫкән ҡыҙҙары, 11 йәшлек Батыр ҙа “Беларусь” арбаһына тейәлеп, Кәшкүргә юл тоторға ғына тора. Ауыл балаларына бесән эшләү үҙе бер кинәнес инде ул – атаһының “тимер ат”ын – “Беларусь”ын йүгәнләргә лә йөрьәт иткән Гөлзәминә, Диана өсөн Кәшкүрҙәге сабынлыҡ – бала саҡ хәтирәләре һаҡланған бер матур биләмә булһа, ауылға килеп тырышып-тырмашып ”башҡортлашып” ятҡан кейәүҙәр Артур менән Алмасҡа бөрйәнсә бесән эшләү – үҙе бер тарих.
Уңған хужа 30 күбә бесәнен ихатаһына өйөп тә ҡуйған. Хәләле, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Раушания ғына, һаулығы китеберәк тороу сәбәпле, өйҙә ҡаласаҡ. Бәй, бынауындай бесәнселәр звеноһының арып, арманһыҙ булып бесәндән ҡайтыуына тәмле аштар әҙерләп торорға ла кеше кәрәк бит.
Июлдең 24–е генә бесәнгә төшһәләр ҙә, Мәжитовтар һәптеюҡ бесәнен торғоҙорға ирешкән. 3 һыйыр, 3 башмаҡ өсөн байтаҡ бесән кәрәк. Көнөн бирһә, беҙҙән эш ҡалмаҫ, тиҙәр бесәнселәр. Уныһына инде шик юҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 2 август һанында уҡығыҙ.