Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июль 2019, 12:00

Үлән дә, егеттәр ҙә шәп!

Быйыл, кемдән һорашһаң да, бесән насар, үлән шыйыҡ, тигән зарҙы ишетәһең. Быға иҫкәрмә булырлыҡ хәлдәр ҙә бар икән районда: Яуымбай фермеры Рәмил Латиповтың Тумарҙыҡ яланындағы сәселгән үләне, күҙ теймәһен, доноп үҫкән. Ана бит, ике тракторҙа ике уланы (Артур менән Тимур) аҫтан ғына ҡырҡтырып, рәхәтләнеп бесән сабып йөрөй. - Бөгөн генә төштөк әле. 12 га майҙанды сабып һалдыҡ, үләндең сығышы һәйбәт, тиҙәр үҙ эштәренән үҙҙәре риза егеттәр.

Быйыл, кемдән һорашһаң да, бесән насар, үлән шыйыҡ, тигән зарҙы ишетәһең. Быға иҫкәрмә булырлыҡ хәлдәр ҙә бар икән районда: Яуымбай фермеры Рәмил Латиповтың Тумарҙыҡ яланындағы сәселгән үләне, күҙ теймәһен, доноп үҫкән. Ана бит, ике тракторҙа ике уланы (Артур менән Тимур) аҫтан ғына ҡырҡтырып, рәхәтләнеп бесән сабып йөрөй.
- Бөгөн генә төштөк әле. 12 га майҙанды сабып һалдыҡ, үләндең сығышы һәйбәт, тиҙәр үҙ эштәренән үҙҙәре риза егеттәр.
Ысынлап та, сабылған үлән кейеҙ ише шул – күҙ ҡыуанысы ғына, ямғырға ҡалдырмай йыйып алғанда, үҙе бер ниғмәт.
“Тумарҙыҡ яланы 16 гектар майҙанды биләй. Быйыл унда костер, люцерна, эспарцет сәстек. Әле Әсеүҙә 30 гектар майҙанда эш көтә, унда костер, люцерна сәселгән. Көнөн бирһә, егеттәр һынатҡандай түгел”, - ти уландарының эшенән ҡәнәғәт атай.
Рәмил Латиповтың КФХ-һы ит йүнәлешен һайлаған. Хужалыҡта 50 баш һыйыр малы, 20 баш тирәһе йылҡы иҫәпләнә. Былтыр йәй һөт тапшырғандар, әммә уның хаҡы сыҡманы, ти Рәмил Мирза улы. Хужалыҡ, йылдағыса, көтөү ойоштороуға ирешкән. Малдарҙы Рәмил ағай менән Рәмзи Исмәғилев алмашлап көтә.
Атанан күргән уҡ юнған, ти халыҡ аҡылы. Бөтмөр аталары юлын ҡыуып, ергә ерегеп, эштә бешегеп үҫкән ағайлы –ҡустылы Латиповтар эшләнгән эш – иргә ҡот, яҡшы эшләнһә – илгә ҡот тигән принцип менән йәшәй һәм ота.
Читайте нас: