Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Июль 2019, 13:36

Умарталыҡта умартасылар кәңәшләште

“Бөрйән ҡортон таҙалыҡта һаҡлайыҡ” проектына ярашлы, 27 июнь көнө Рөстәм Йомағужиндың умарталығында умартасылар кәңәшмәһе үтте.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов, Бөрйән мәғлүмәт үҙәге директоры А. Бейембәтов, проект етәксеһе Ә. Шәрипов алып барҙы.
- Әлбиттә, был кәңәшмәнең умарталыҡта үтеүе бик уңышлы булды. Грант тарафынан башҡарылған эштәр менән беҙ ныҡлап урында таныштыҡ, тип һөйләне үҙ сығышында Рөстәм Динислам улы.