Йырҙағыса: “Был ҡымыҙға ни етә?!”- тип һоҡланырға, Бешәке ҡымыҙын бер татығас, ҡабат барырға ғына ҡала “Хәйбуллин Фәһим” КФХ-һының Бешәке йәйләүенә.
- Әле 30 һауын бейәбеҙ бар. Улар көнөнә 4 тапҡыр һауыла. 3 июндә эш башланыҡ. Көндәлек 80-90 литр ҡымыҙ бөтөп тора. Кеше яңы белеп килә башланы – туйға, юбилей-фәләнгә тип заказ бирәләр. Өс һауынсы эшләй: мин, Мәүсилә Нәбиуллина, Рәмзиә Ҡарасурина. Бөгөн Мәүсиләне ял иттерергә тип 11-се класты яңы тамамлаған ҡыҙым Алһыу килде.
Көтөүселәр Ғәни Нәбиуллин менән Хәләф Маликов бейәләрҙе ваҡытында ғына һауынға алып килеп тора,- ти байтаҡ йылдар Бешәке ҡымыҙ йәйләүендә тир түккән Айһылыу Ямғурсина.
Ҡымыҙ еҫе аңҡып торған биләмәлә хөрриәт - ҡыңғырау сыңлаған, ат бышҡырған, бейәләр сырҡыраған тауыштар ғына күңел ҡылдарын сиртеп, әкиәти бала саҡҡа алып ҡайта... Ҡымыҙлы йәйгә ҡыҙырлыҡ шул!