Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Май 2019, 17:25

Президенттан хат алған апай

- Яҙмыш елдәре мине Ғәлиәкбәрҙән Ҡотан ауылына килтерҙе. Ят, таныш булмаған ауыл, яңы коллектив, яңы ғаилә. Еңел булманы, әлбиттә, шулай ҙа яҙмышыма зарланырлыҡ түгел, сөнки минең тормош юлымда яҡшы кешеләр күберәк осрай. Ут күршем Рәшиҙә апай үҙе лә шундай – ябай, алсаҡ, ярҙамсыл.

- Яҙмыш елдәре мине Ғәлиәкбәрҙән Ҡотан ауылына килтерҙе. Ят, таныш булмаған ауыл, яңы коллектив, яңы ғаилә. Еңел булманы, әлбиттә, шулай ҙа яҙмышыма зарланырлыҡ түгел, сөнки минең тормош юлымда яҡшы кешеләр күберәк осрай.
Ут күршем Рәшиҙә апай үҙе лә шундай – ябай, алсаҡ, ярҙамсыл.
Байрамғәлина Рәшиҙә Сабир ҡыҙы 1954 йылдың йәмле май айында донъяға килә. Бала сағында тиктормаҫ, шуҡ, теремек булып, малайҙар менән ҡылыс алышып, уҡ атышып уйнап үҫә. Бәләкәй сағында уҡытыусы булырға хыяллана. 10-сы синыфты тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле бүлегенә имтихандар бирә, әммә әсәһе ауырып китеү сәбәпле, уҡырға бара алмай. Юғары белем ала алмаһа ла, шиғырҙар ҙа яҙа ул.
1971 йылдың йәйе башҡа һауынсылар менән йәш Рәшиҙә лә йәйләүгә һыйыр һауырға китә. Миңлеғәле исемле егет шул йәйҙә Күндер яланында иген баҫыуҙарын киңәйтеү эшендә эшләй һәм бөҙрә сәсле егәрле ҡыҙға ғашиҡ була. Бер йылдан йәштәр ғаилә ҡора һәм бер-бер артлы дүрт малай, өс ҡыҙ донъяға килә.
Рәшиҙә апай менән Миңлеғәле ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында береһе һауынсы, икенсеһе механизатор булып хеҙмәт итәләр. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте бик күп наградалар менән баһалана. Рәшиҙә апай 2002 йылдың 24 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм “Ассы” шифаханаһына юллама менән бүләкләнә.
2003 йылдың декабрендә һүҙгә маһир Рәшиҙә апай “Йәшлек” гәзите ойошторған “Минең кумирым” конкурсына Мортаза Рәхимов тураһында яҙып, еңеүсе була. Президент Рәшиҙә апайға хат ебәрә. Унда былай тип яҙылған: “Хөрмәтле Рәшиҙә Сабир ҡыҙы! Һеҙҙе “Йәшлек” гәзите ойошторған “Минең кумирым” конкурсында еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым! Бай йөкмәткеле хатығыҙ, төплө кәңәштәрегеҙ, изге теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт. Республикала Президент һайлауға әҙерлек барыу сәбәпле, мин конкурста еңеүселәр менән осрашыу кисәһендә ҡатнаша алманым. Әммә киләсәктә Һеҙҙең менән осрашырбыҙ тигән уйҙамын. Хатығыҙ тәрән мәғәнәле булыуы менән һоҡландырҙы. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләп, ете бала тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Һеҙ - егәрле, хәстәрлекле башҡорт әсәләренең береһе! Чечнялағы ҡораллы конфликтта ҡатнашҡан улығыҙ Һеҙҙең доғаларығыҙ менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандыр. Һеҙгә, ғаиләгеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, сабырлыҡ һәм тыныс Башҡортостанда ҡыуанып йәшәүегеҙҙе теләйем”.
Бөгөнгө көндә Рәшиҙә апай 29 ейән-ейәнсәргә өләсәй һәм бер бүләсәгә ҡартөләсәй. Бар балалары ла башлы-күҙле, үҙҙәре балалар тәрбиәләйҙәр, эшләйҙәр, әсәйҙәрен дә онотмайҙар.
Миңлеғәле ағай баҡыйлыҡҡа күскәс, бер мәлгә тормошо туҡтап ҡала, донъяһы баштүбән әйләнә, йәшәү мәғәнәһе юғалғандай була. Ләкин Рәшиҙә апай үҙендә көс таба. Йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерә, мал, ҡош-ҡорт үрсетә. Үҙенең йәштәштәре менән байрамдарҙа сәхнәләрҙә сығыш яһай. Йыр ансамблендә ихлас ҡатнаша, КВН кеүек сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ҡул эшенә лә бик маһир ул - байрамдарҙа күргәҙмәлә уның эштәрен йыш күрәбеҙ, бүләккә лә бирә.
Көҙ көндәре ҡаҙ өмәһе, һуғым һуйыу кеүек ауыл мәшәҡәттәрендә лә Рәшиҙә апай ҙур ярҙамсы, кем саҡырһа ла, йүгереп барып етә. Күршеләре уға донъяларын да ҡалдырып китә - балаларға күҙ-ҡолаҡ булып, һыйырҙарҙы һауып ҡарап тора ул. Мәҙәктәрен һөйләп көлдөрөп тә ала - Рәшиҙә апай булған ерҙә һәр саҡ күңелле.
Бына шундай шәп ҡатын ул минең күршем, ошо арала 65 йәшен билдәләүсе Рәшиҙә Сабир ҡыҙы (һүрәттә алғы планда).
Айгөл Ғазина,
Ырғыҙлы урта мәктәбенең социаль педагогы.
Читайте нас: